Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы

Просмотров: 1270

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы (12.2.1950, Белорет ҡ. — 8.2.2021, Өфө, БР-ҙың Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2009), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. 1973 йылдан алып Башҡорт филармонияһының эстрада артист‑вокалисы, 1999 йылдан — баш администраторы.

Хислелеге һәм ихласлығы менән айырылып торған үҙенсәлекле тауышҡа эйә була. Репертуарында “Зөлхизә”, “Түрәкәй”, “Һары ла сәс”, “Сыбай ҡашҡа” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙары; З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримов, Т.Ш.Кәримов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары. А.Р.Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ” (З.А.Биишева шиғыры), “Һин ултыртҡан муйыл” (Р.Н.Шәғәлиев), “Аҡсарлаҡ” (Р.С.Янбулатова) йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Г.Ә.Ишкинина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021