Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ

Просмотров: 1882

ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ, классик көрәш, спорт төрө, ҡулдарҙың һәм кәүҙәнең хәрәкәттәренә нигеҙләнгән алымдар ҡулланып (билдән түбән алыу, аяҡ салыу, аяҡҡа төртөп йығыу һ.б. алымдарҙан тыш), бер-береһен арҡаға һалырға ынтылған ике спортсының бергә-бер алышы. Башҡортостанда Г.‑р.к. 1926 й. Өфөлә Тимер юлсылар клубы һәм Физик культура йорто эргәһендә тәүге секциялар асылғандан һуң үҫешә башлай. 1928 й. классик көрәш 5‑се Бөтә Башҡортостан спартакиадаһының күрһәтмә сығыштары программаһына индерелә. 40‑сы йй. уртаһында Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион эргәһендә секция ойошторола. 1982 й. “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һында классик көрәш б‑са ДЮСШ (ҡара: Грек-рим көрәше һәм милли көрәш буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе) асыла. Өфөлә И.М.Поддубный иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир (1981), РСФСР чемпионаты (1982), үҫмер спортсылар араһында СССР беренселеге (1983), СССР кубогы (1985), үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселектәре (1995, 1999, 2002) үткәрелә; 1988 й. алып В.А.Борман иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры (2000 й. тиклем Халыҡ-ара үҫмерҙәр турниры) уҙғарыла. Октябрьский ҡ. үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре (2006, 2010) үткәрелә. Респ. Г.‑р.к.  б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — “Спартак” ДСО‑һы Рәсәй советы беренселегенең көмөш призёры (1957) А.Д.Семёнов. БАССР йыйылма командаһы — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1979), РСФСР чемп. (1982—84). 1994 й. БР йыйылма командаһы үҫмер спортсылар араһында Рәсәй кубогын яулай. Халыҡ-ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға А.-Б.В.Батталов, М.-Р.В.Батталов, А.С.Гладков, Р.Ф.Ғәйнанов, С.Р.Ғәниев, Н.В.Рухтин, Р.Р.Садиҡов, Р.Р.Сираев, Э.Р.Сәхәбетдинов, О.Л.Токарев һ.б. ирешә. БР көрәшселәре араһында: М.Базуев — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1977); Ю.А.Дубинин — донъя беренселегенең көмөш призёры (1992), Г.В.Сырцев — Европа беренселеге еңеүсеһе (1995), донъя беренселегенең бронза призёры (1994), Р.Х.Әхмәтов — үҫмерҙәр араһында Европа чемп. (2001); Д.М.Әхмәтйәнов — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2006). Респ. Г.‑р.к. һәм милли корәш б‑са СДЮСШОР, спорт мәктәптәрендә 15 бүлек бар, уларҙа 2,4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2012). 1969 й. алып  БР Г.‑р.к. федерацияһы эшләй. Г.‑р.к. м‑н тренерҙар Борман, Р.Х.Ғәниев, М.Х.Имаметдинов, Ф.Х.Ишмәков, В.П.Коробов, В.Н.Леонтьев, А.С.Ложкин, В.Р.Лоскутов, Е.А.Молодцов, А.И.Неженкин, Р.Ғ.Нуртдинов, Б.А.Понятов, В.И.Севрюков, Семёнов, Сираев, Ш.Х.Сәйфетдинов, Р.Х.Уразбахтин, В.А.Ухарский, В.И.Фидоренко, Г.В.Хрюкин, халыҡ-ара категориялы судьялар В.К.Ғәйнуллин, В.М.Ғәлимйәнов, Р.Ф.Ҡорбанғәлиев, Н.Ю.Мазов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Ю.Мазов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019