УҪЫ ДАРУҒАҺЫ
597
УҪЫ ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙ. Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына инә (ҡара: Даруға). 17 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Ҡазан өйәҙе, көнсығышта — Себер даруғаһы, көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көньяҡ-көнбайышта Ҡазан даруғаһы м‑н сиктәш була. 1725—26 йй. У.д. — 4 башҡ. улусы һәм 2,1 меңгә яҡын хужалыҡ, 1775 й. 3 улус (Ғәйнә, Ирәкте, Уран) теркәлгән. Өйәҙҙәргә бүлеү индерелгәс (1781 й.), У.д. терр‑яһында Бөрө өйәҙе, Уҫы өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң тулыһынса бөтөрөлә.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: