Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович

Просмотров: 1466

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович (15.12.1738 — 11.11.1775, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр, кенәз. Флигель‑адъютант (1762), генерал‑поручик (1775). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә ҡатнашыусы. 1757 й. алып рус армияһында. 1763 й. башлап Санкт‑Петербург драгун, 1770 й. алып Невский пехота полктары командиры. 1773 й. ноябрендә Ырымбур губернаһындағы ихтилалды баҫтырыу өсөн А.И.Бибиков ҡарамағына ебәрелә. 1774 й. ғинуар‑мартында хөкүмәт ғәскәрҙәренең Ҡазан ҡ. Ырымбур ҡ. йүнәлешендәге һөжүменә командалыҡ итә. 22 мартта Ырымбур провинцияһы Татищев ҡәлғәһе һәм 1 апрелдә шул уҡ провинцияның Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйрата. Апрель—июлдә — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, август‑ноябрҙә Ҡазан губернаһының көньяғында һәм Ырымбур губернаһының көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарын тар-мар итеүгә етәкселек итә. Июлдә Ҡазан, Түбәнге Новгород һәм Ырымбур губернаһы территорияларында ғәскәрҙәрҙең баш командующийы. Уложенный комиссия депутаты. 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1770), Изге Александр Невский (1775) ордендары һ.б. менән бүләкләнгән.

  Әҙәб.: Г о л и ц ы н Н.Н. Род князей Голицыных. Т.1. СПб., 1892; В я з е м с к и й П.А. Записные книжки (1813—1848). М., 1963; Г в о з д и к о в а И.М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва. Уфа, 1999.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.02.2023