Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ

Просмотров: 1985

ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡалтасы, төньяҡ-көнсығышта — Борай, көнсығышта — Бөрө, көньяҡта — Кушнаренко һәм Саҡмағош, көнбайышта — Илеш, төньяҡкөнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Илеш р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1690 км2. Адм. үҙәге — Дүртөйлө ҡ., Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 124 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 60,6; 1959 — 45,4; 1989 — 31,1; 2002 — 33,0; 2010 — 33,1. Милли составы: татарҙар — 49,0%, башҡорттар — 36,4%, урыҫтар — 7,5%, мариҙар — 6,0%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 20,3 кеше/км2. Районда 1 ҡала һәм 14 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Семилетка (4,0 мең кеше), Исмаил (2,0 мең), Әңгәсәк (1,9 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Бөрө биләне сиктәрендә урынлашҡан. Д.р. ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Барыҡ, Иванай II, Яңы Бейектау һ.б.), силикат ҡомо (Урыҫ Әңгәсәге), керамзит балсығы (Баҙраҡ), кирбес сеймалы (Иҫке Балтас), нефть (Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы, Таймырҙа һ.б.) ятҡылыҡтары бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,3°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. −44°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Яубазы, Кеүәш, Һарыяҙ, Әңгәсәк, Тере Танып һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ таралған, кәҫле көлһыу тупраҡ, ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупраҡтары, Ағиҙел үҙәнендә аллювиаль тупраҡ осрай. Район майҙанының 21%‑ы киң япраҡлы һәм ҡарағай урмандары м‑н ҡапланған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Венеция а. эргәһендәге ҡарағайлыҡ, Әңгәсәк ҡарағайлыҡтары, Кәңгеш урман хужалығындағы шыршы урмандары, Ҙур һәм Бәләкәй Ялан күлдәре — тәбиғәт ҡомартҡылары. Дүртөйлө һәм Кәңгеш урман хужалыҡтарында Ялан заказнигы һәм дарыу үҫемлектәре популяцияларын һаҡлау б‑са заказниктар ойошторолған; райондың көнсығыш өлөшө Бөрө заказнигына инә.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 110,9 мең га (дөйөм майҙандың 65,6%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 70,3, сабынлыҡтар — 13,5, көтөүлектәр — 26,1; урмандар майҙаны — 35,5, ер өҫтө һыуҙары — 6,3. Район көньяҡ урман-дала зонаһы һәм төньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [25 пр‑тие һәм 22 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Нефть ятҡылыҡтарын “Чекмагушнефть” (Сәйет, Таймырҙа), “Южарланнефть” (Арлан) НГДУ‑лары эшкәртә. “Баштрансгаз” ААЙ магистраль газ торбаларының Дүртөйлө линия-производство идаралығы (Мәскәү а.), “Әсән” Дүртөйлө кирбес з‑ды (Әсән а.), “Дүртөйлө—Керамика” ЯСЙ (Иҫке Балтас а.), Дүртөйлө ярма з‑ды (Мәскәү а.) һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Ҡазан—Өфө, Дүртөйлө—Борай, Дүртөйлө—Груздевка, Дүртөйлө—Нефтекама автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел й. Сергеевка пристане респ. йылға транспорты системаһына ҡарай. Д.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ (Иҫке Уртай а.), Башҡ. иҡт.‑юридик техникумы филиалы (Иванай а.), 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 24‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Әңгәсәк урта мәктәбе, Әсән урта мәктәбе, 27 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе; үҙәк район һәм участка дауаханалары, 5 амбулатория, 31 фельдшер-акушерлыҡ пункты; “Ағиҙел” һәм “Венеция” шифахана-профилакторийҙары; 43 клуб учреждениеһы, 30 китапхана, Бабич Ш. музейы, Н.Нәжмиҙең йорт-музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Юлдаш. Вести” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019