Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы

Просмотров: 997

ВӘЛИЕВ Камил Мөхәмәтшакир улы [20.9.1942, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Түбәнге Сәрҙек а. (БР‑ҙың Туймазы районы)], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1984), ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡаҙанған (1973) артисы. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1965). Әлмәт татар драма театры эргәһендәге театр студияһын тамамлаған (1966; Ғ.Ф.Йосопов курсы). 1961 й. алып Туймазы район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы етәксеһе. 1963 й. Минзәлә татар драма театры актёры, 1964—97 йй. һәм 2004 й. башлап Әлмәт татар драма театры актёры, 1997—2004 йй. баш режиссёры. Көслө темпераментҡа, юғары сәхнә мәҙәниәтенә эйә актёр. Төп ролдәре: Мирхәйҙәр (“Ташҡындар”, Т.Ғиззәт; дебют, 1966), Шәкүр (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Риппафрата (“Трактир хужабикәһе” — “Трактирщица”, К.Гольдони), Әсфән (“Әгәр бик һағынһаң”, А.М.Ғиләжев) һ.б. Ҡатмарлы психологик образдар тыуҙырыу һәләте трагик характерҙағы ролдәрҙә айырыуса ныҡ сағыла: Аҡйегет һәм Дәрүиш (Ай тотолған төндә), Һабанҡол (“Әсә яланы” — “Материнское поле”, Ғ.К.Хөсәйенов; С.Т.Айытматовтың шул уҡ исемле повесы буйынса). Режиссёр булараҡ 1993 й. Т.Ғ.Миңнуллиндың “Аҡбай һәм һарыҡ малайы” спектакле менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. В. ҡуйған спектаклдәргә сағыу сәхнә кәүҙәләнеше һәм образдарҙың сатирик үткерлеге хас. Режиссёр репертуарында Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәре мөһим урын алып тора: И.Ә.Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”, И.Х.Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, Ф.М.Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?”, Р.М.Кинйәбаевтың “Гүргә керер сер ине” һ.б. “Науруз” Халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивале дипломанты (Ҡазан ҡ., 1998). “Татарстан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2022).

  Әҙәб.: Р ә х и м о в Җ. Әлмәт татар дәүләт драма театрына 50 ел. Әлмәт, 1994.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023
Связанные темы рубрикатора: