Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 941

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1202 кеше; 1920 – 1552; 1939 – 1360; 1959 – 885; 1989 – 533; 2002 – 524; 2010 – 510 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Туҡмаҡлы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы һәм Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1761 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Яңы Ауыл исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 128 йортта 765 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне һәм 2 ел тирмәне булған. 1896 й. 2 мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Х.Ф.Мостаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019