Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМЫШЕВ Әмир Батыргәрәй улы

Просмотров: 1532

ҠАРАМЫШЕВ Әмир Батыргәрәй улы [7.4.1893, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 7.8.1918, шул уҡ губернаның Мейәс ҡ., Ырымбур ҡ. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—17 йй. рус армияһында, корнет, 1918 й. алып Башҡорт ғәскәрендә, ротмистр. Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты, 1917 й. декабрҙән башлап Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге мөдире ярҙамсыһы. 1918 й. ғинуарында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ғ.С.Мағазов менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонының Баймаҡ а. 1‑се башҡ. полкын ойоштороуға етәкселек итә. Мартта отряд тар-мар ителгәндән һуң (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу) большевиктарға ҡаршы партизандар хәрәкәте ойоштора. Апрелдә Ҡ. етәкселегендә отряд казактар менән берлектә Ырымбур ҡ. ҡулға алынған Башҡ. хөкүмәте ағзаларын иреккә сығара. Июндә уның етәкселегендә Верхнеурал өйәҙендә Башҡ. ғәскәренең 5‑се уҡсылар һәм 1‑се кавалерия полктары ойошторола. Июлдән 1‑се Башҡ. кавалерия полкы командиры, Верхнеурал фронтының Башҡ. көстәре оператив төркөмө командующийы. В.К.Блюхер етәкселегендә ҡыҙыл отрядтарға ҡаршы башҡ. частары хәрәкәтенә етәкселек итә. Уның исеме Башҡ. ғәскәренең 1‑се Башҡ. кавалерия полкына бирелгән (1918). Тыуған ауылында уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Н а с ы р о в Р.Х. Сабля хороша в ножнах. Уфа, 2000.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023