Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы

Просмотров: 851

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы (17.1.1948, БАССР‑ҙың Ғафури районы Йөҙимән а.), актёр. РФ‑тың атҡаҙанған (2010), БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1979) артисы. Өфө сәнғәт училищеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлағандан һуң 1985 й. тиклем һәм 1998—2021 йй. Салауат башҡорт драма театры актёры.

 Һиҙгер күҙәтеүсәнлек, сама белеү, күңел йылылығы һәм һөйкөмлөлөк кеүек сифаттары И. ышандырырлыҡ һәм сағыу образдар тыуҙырырға ярҙам итә: Йософ (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев; дебют, 1972), Заһир (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың шул уҡ исемле повесы буйынса Ғ.Әмири, В.Ғ.Ғәлимов спектакле), Исламғәли (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Юлай (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы буйынса). Н.Асанбаевтың “Көҙән башҡорто” спектаклендә И. тыуҙырған Ә.Ә.Вәлидов образы тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеһе менән айырылып тора. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә Р.С.Зыязитдинов менән берлектә А.В.Поповтың “Бер рәхәттең — бер михнәте” спектаклен сәхнәләштергән.

Л.Я.Станкова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.09.2023
Связанные темы рубрикатора: