Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ

Просмотров: 1142

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ, үткән тормоштоң физик, иҡт. һәм сәйәси географияһын өйрәнгән тарихи фән. Археология, геология, демография, иҡтисад, картография, халыҡ географияһы, этнология һ.б. фәндәр м‑н бәйле. Тәбиғәт шарттарының, тәбиғәт һәм соц.‑терр. комплекстарҙың һәм уларҙың компоненттарының үҙгәрешен өйрәнә; тикшеренеү өлкәһенә бәйле тарихи физик географияға, халыҡтың Т.г., тарихи иҡт. географияға, тарихи сәйәси географияға һ.б. бүленә. Т.г. өсөн мәғлүмәттәр сығанағы булып географик карталар, йылъяҙмалар, яҙма документтар, археология, этнография, дөйөм тел ғилеме мәғлүмәттәре һ.б. хеҙмәт итә. Т.г. нигеҙ һалыусы — В.Н.Татищев, уның хеҙмәттәрендә тәүге тапҡыр Рәсәй, ш. иҫ. Башҡортостан, халыҡтарының таралып ултырыу географияһы т‑да мәғлүмәттәр системаға һалынған. П.И.Рычковтың хеҙмәттәрендә халыҡтың Т.г. б‑са мәғлүмәттәр тупланған. 19 б. 2‑се ярт. Р.Г.Игнатьев тарафынан 17—18 бб. тау з‑дтарының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше өйрәнелә башлай. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губернаһы т‑да тарихи‑геогр. яҙмалар Н.Н.Барсов, С.И.Руденко, М.К.Любавский, А.П.Чулошников хеҙмәттәрендә бирелә. 20 б. 2‑се ярт. фаунаның тарихи үҙгәрештәре, тарихи зоо‑, фитогеография, экология проблемалары тикшерелә (П.Л.Горчаковский, С.В.Кириков). 60—70‑се йй. башҡ. халҡының килеп сығышы һәм тарихи этнографияһына арналған хеҙмәттәрендә Р.Ғ.Кузеев Т.г. мәғлүмәттәрен ҡуллана, уның тарафынан боронғо башҡорттарҙың этник карталарын яңынан тергеҙеү өсөн урта быуат авторҙарының мәғлүмәттәре йыйыла. Төбәктең боронғо замандан алып 20 б. тиклемге тарихына һәм соц.-иҡт. үҫешенә (А.И.Аҡманов, И.Ғ.Аҡманов, Р.Ғ.Буканова, И.М.Гвоздикова, Н.Ф.Демидова, Р.З.Йәнғужин, М.М.Ҡолшәрипов, Х.Ф.Усманов, Б.Х.Юлдашбаев); Башҡортостан халҡының тарихи демографияһына (Н.В.Бикбулатов, У.Х. Рәхмәтуллин, Ю.М.Әбсәләмов, Ә.З. Әсфәндиәров); Уралда металлургия үҫеше, тау з‑дтары урынлашыуы һәм 17—18 бб. тау сәнәғәте үҫеше (Н.М. Ҡолбахтин, В.Н. Макарова һ.б.), 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы сәнәғәтенең үҫеше (Р.З.Мөҙәрисов) тарихына, 16—17 бб. ҡала-ҡәлғәләрҙең (Буканова), ҡалалар һәм ҡала торамаларының барлыҡҡа килеүе һәм географияһы тарихына, 20 б. Башҡортостандың ҡала һәм ауыл халҡы үҫешенә (Р.Ә.Ғәлин, И.Э. Мөхәмәтнуров, Х.Я.Тахаев), терр‑яла 17—18 бб. Волга буйы халыҡтары һәм 19 б. 2‑се ярт. күскенселәр урынлашыуының тарихи географияһына (Әсфәндиәров); тарихи картографияға (Р.М.Абзалов, А.В.Псәнчин, Р.А.Фәтҡуллин) һ.б. арналған тикшеренеүҙәрҙә тарихи‑геогр. мәғлүмәттәр ҡулланыла.

Әҙәб.: А б з а л о в Р.М., Ф а т к у л л и н Р.А. Отражение Южного Урала и Приуралья на географических картах и изученность территории с древнейших времён до конца 17 в. //Природное районирование и вопросы охраны природы. Уфа, 1980; Ж е к у л и н В.С. Историческая география: предмет и методы. М., 1982.

В.А.Иванов, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. И.М.Япаров  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019