Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛШӘЛЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 822

КӘЛШӘЛЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта Кәлшәле й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1556 кеше; 1920 — 1780; 1939 — 1256; 1959 — 916; 1989 — 523; 2002 — 521; 2010 — 525 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1626 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1676 й., 1753 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, 1778 й. мишәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 120 йортта 703 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, һатыуға утын әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, буҫтау баҫыу оҫтаханаһы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған. Ә.С.Арыҫланов, Ә.Ә.Юлдашев ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019