Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ

Просмотров: 1783

МАРГАНЕЦ МӘҒДӘНДӘРЕ, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә марганец булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Ултырма, вулканоген‑ултырма һәм гиперген (окисланыу зоналарында) генезислы була. Төп мәғдән минералдары: пиролюзит, браунит, гаусманит, манганит, вернадит, псиломелан, родонит, родохрозит, манганокальцит. Зарарлы ҡушылмалары: көкөрт һәм фосфор, шулай уҡ шлакка әйләнеүсе компоненттары — кремнезём, глинозём һ.б. Минераль һәм химик составы буйынса оксидлы (браунит‑гаусманитлы, псиломелан‑пиролюзитлы, кварц‑пиролюзитлы, вернадитлы), карбонатлы (карбонаттың үҙе, карбонат‑силикатлы, марганецлы эзбизташтар), силикатлы һәм ҡатнаш М.м. айырыла. Иң кәрәклеләре — оксид мәғдәндәре. М.м. — РФ‑та ҡырҡа дефицит сеймал. Ҡара металлургияла, химия сәнәғәтендә ҡулланыла. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә М.м. ятҡылыҡтары Ейәнсура—Күгәрсен (Ейәнсура, Шығырыш) һәм Оло Теләк марганец мәғдәндәре райондарына инә. Байтаҡ запастары һәм марганецтың табылыуы күҙалланған ресурстары булған Иглин районындағы Оло Теләк мәғдән узелы (флюс сифатында ҡулланыуға яраҡлы марганецлы эзбизташтар) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүенә гиперген сығышлы Ҡорама, Ураҙ, Ташҡаҙған һ.б. (Учалы районы); Күсем, Ниязғол һ.б. (Әбйәлил районы); Иҫән, Күлтабан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Фәйзулла һ.б. (Баймаҡ районы) М.м. ятҡылыҡтары тура килә. Мәғдәндәре ярлы (марганец миҡдары яҡынса 20%), 19 б. аҙағында һәм 20 б. 1‑се яртыһында үҙләштерелә. Йылайыр синклинорийында Йылайыр сығанағы билдәле. Шулай уҡ ҡара: Күсем руднигы.

П.Г.Бердников

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: