Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы

Просмотров: 1039

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы [27.7.1928, Урта Волга өлкәһе Дүсмәт а. (Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районы) — 10.12.2020, Өфө], химик‑технолог. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1989), БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1951). 1949 й. алып Өфө ҒТИ‑нда, 1957 й. — Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: лаборатория етәксеһе, 1965 й. — бүлек мөдире. 1966 й. алып фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1971—92 йй. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда директор. Фәнни хеҙмәттәре ванадийлы, алюмосиликатлы, никелле, баҡыр‑хромлы, фталоцианинлы катализаторҙарҙы тикшереүгә һәм алыуға, билдәле үҙенсәлектәре булған гетерогенлы катализаторҙарҙы формалаштырыуҙың законлыҡтарын асыҡлауға, уларҙың сәнәғәт процестарында дезактивацияланыу механизмын өйрәнеүгә арналған. М. етәкселегендә 80‑се йй. алып илдәге май эшкәртеү сәнәғәтенең гидрогенлау заводтарында маргарин продукцияһын сығарыу өсөн ҡулланылған никелле катализаторҙарҙы әҙерләү рецептураһы һәм технологияһы эшләнгән (1986 й. Өфө НЭЗ‑ында уларҙы етештереү ойошторолған). М. ҡатнашлығында нефть сульфоксидтарын (Химия институты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә), Белойл майын, углеводородлы эреткестәрҙе, турбина һәм компрессорҙар өсөн минераль майҙарҙы һ.б. етештереү ойошторолған. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Промышленные установки каталитического крекинга. М., 1974 (авторҙ.); Алюмосиликатные катализаторы и изменение их свойств при крекинге нефтепродуктов. М., 1975; Регенерация катализаторов в нефтепереработке и нефтехимии. М., 1987 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 М.Ғ.Сәфәров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2021