Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒАРИФТА МИЛЛИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1183

МӘҒАРИФТА МИЛЛИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ИНСТИТУТЫ (МММИ). 1957 й. Өфөлә РСФСР Пед. фәндәре акад. Милли мәктәптәр ҒТИның Башҡн филиалы булараҡ асыла (1991 й. алып РФ Мәғариф министрлығының МММИ дәүләт ғилми-тикшеренеү учреждениеһы, 2004 й. — МММИ федераль дәүләт ғилми учреждениеһы, 2005 й. — Федераль мәғарифты үҫтереү интының Мәғарифта милли мәсьәләләр үҙәге). 2005 й. филиал ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәктәпкәсә белем биреү, БРҙың милли мәғарифы тарихы, милли мәктәптәр өсөн пед. кадрҙар, башҡорт телен, уры телен һәм әҙәбиәттәрен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы, милли мәктәп уҡытыусылары өсөн программалар, уҡыу комплекттары һәм методик тәҡдимдәр әҙерләү, терәк мәктәптәр базаһында филиалда эшләнгән белем биреү технологияларын эксперименталь һынау, этнопедагогика, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүһ.б. 1 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. төрки телле мәктәптәр өсөн урыҫ теле дәреслектәре һәм уҡытыу-методик әсбаптар, нәшер ителә. Филиал Бүрәт Респ., Татарстан, Саха Респ. (Яҡутия) һ.б. МММИ филиалдары, респ. һәм күрше өлкәләрҙәге башҡ. мәктәптәре мн хеҙмәттәшлек итә. Филиал мөдирҙәре: Г.Н.Фәтихов (1957 й. алып), С.Р. Әлибаев (1959 й. алып), Н.Х.Ишбулатов (1966 й. алып), Р.В.Әлмөхәмәтов (1968 й. алып), Д.М.Хәсәнова (1976 й. алып), С.Ғ.Һунаршин (1979 й. алып), В.Ш.Псәнчин (1984 й. алып), Ф.Ф.Аҙнабаева (1993 й. алып).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019