Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒАРИФ

Просмотров: 2039

МӘҒАРИФ, кешелектең белемдә, оҫталыҡта, ижади эшмәкәрлектә һәм донъяға эмоциональ баһа биргән мөнәсәбәттә кәүҙәләнгән соц. әһәмиәтле тәжрибәһе булған шәхестең үҫеү һәм үҙен үҫтереү процесы; шәхестең һәм йәмғиәттең матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлегенең зарури шарты. М. дөйөм белем биреүгә — мәктәпкәсә белем биреү (ҡара: Башланғыс белем), төп, урта (ҡара: Урта белем); проф. белем биреүгә — урта профессиональ белем, юғары белем; өҫтәлмә белем биреүгә; проф. уҡытыуға бүленә. Белем биреү ойошмаларының типтары: мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, профилле уҡытыу учреждениелары. Башҡортостанда М. үҫеше ислам дине (мәктәп һәм мәҙрәсәләр асылыу м‑н бергә бара) үтеп инеүгә бәйле. 18 б. 20‑се йй. башлап Өфөлә (тел һәм цифир мәктәптәре) һәм Ырымбур ҡ. (“татар уҡыусылары” мәктәбе һәм инженерлыҡ мәктәбе) уҡытыу урыҫ телендә алып барылған уҡыу йорттары асыла. 30‑сы йй. уртаһында урыҫ булмаған халыҡ‑ тар өсөн тәүге хөкүмәт ҡарамағындағы уҡыу йорттары ойошторола (Ырымбурҙа “ғәрәп” һәм “ҡалмыҡ” мәктәптәре), 50‑се йй. тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары асыла. М. дөйөм дәүләт эше тип иғлан итеү, 18 б. аҙ. тәүге мәктәп уставтарын ҡабул итеү урыҫ уҡыу йорттарының артыуына килтерә. 1789 й. Өфөлә Төп халыҡ училищеһы, Минзәлә, Ырымбур, Силәбе ҡҡ. кесе халыҡ училищелары асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ойошторолғас (1802), Рәсәй терр‑яһы уҡыу-уҡытыу округтарына бүленә, уларҙың һәр береһендә 4 баҫҡыслы уҡытыу системаһы ҡорола: мәхәллә училищелары, өйәҙ училищелары, гимназиялар, университеттар. 1825 й. Ырымбурҙа Неплюев хәрби уч‑щеһы (ҡара: Неплюев кадет корпусы) асыла. Өфө епархияһы ойошторолғандан һуң Дини семинария, Ир балалар дини училищеһы, сиркәү-мәхәллә мәктәптәре һ.б. асыла. Ырымбур губернаһында крепостной хоҡуҡ бөтөрөлөү мәленә 253 урыҫ уҡыу йорто (233 башланғыс һәм 3 урта дөйөм белем биреү, 17 проф.) була, уларҙа 9489 кеше уҡый. Урыҫ булмаған халыҡтарҙың балалары ғәмәлдә хөкүмәт мәктәптәренән ситтә ҡала, урыҫса уҡый-яҙа белгәндәр 2—3% ҡына тәшкил итә. Башҡорттар араһында урыҫ телендә белем алыуҙы үҫтереү саралары Башҡорт-мишәр ғәскәре командованиеһы тарафынан күрелә, ул Ҡазан гимназияһында һәм университетында — 20, Ырымбур Неплюев кадет корпусында — 30, С.‑Петербург кендек инәләре ин‑тында 10 урын бүленеүгә һ.б. өлгәшә. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында 300‑гә яҡын башҡ. егете Мәскәүгә, С.‑Петербургҡа, Ырымбурға, Ҡазанға, Ижевскиға төрлө һөнәрҙәргә уҡыу өсөн ебәрелә. Башҡорттарға ғәскәр иҫәбенә балаларын өйәҙ һәм ҡала училищеларына бирергә рөхсәт ителә; улар өсөн кантон мәктәптәре ойошторола. 19 б. уртаһына Башҡортостанда М. системаһы ауыл хужалығы буйынса белем биреүҙе, дини белем биреүҙе, медицина белеме биреүҙе, педагогик белем биреүҙе, тау эше белеме биреүҙе, техник белем биреүҙе, хәрби белем биреүҙе, юридик белем биреүҙе, коммерция, кәсеп һ.б. б‑са белем биреүҙе үҙ эсенә ала. 1864 й. мәғариф реформаһына [ҡара: Реформалар (19 б. 60— 80‑се йй.)] ярашлы, теләһә ҡайһы кимәлдәге белем алыуҙа милләтенә, сығышына, енесенә һәм ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, бөтә граждандарҙың тиңлеге иғлан ителә, сиркәүҙең йоғонтоһо сикләнә, мәктәптә идара итеү тәртипкә һалына. 1870 й. алып башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр асыла башлай, уларҙы ойоштороу нигеҙенә Н.И.Ильминский системаһы һалына. Ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә урыҫ телен уҡытыу индерелә: “урыҫ кластары” асыла. Урыҫ булмаған мәктәптәрҙә уҡытыуҙы яҡшыртыу өсөн 1871 й. Ҡазан, 1875 й. Ырымбур уҡыу округтарында татар, башҡ., ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторҙары вазифалары булдырыла, уларҙың бурыстары мәктәптәр т‑да мәғлүмәт йыйыуҙан, урыҫ булмаған халыҡтарҙың телендә дәреслектәр төҙөү һәм баҫтырыуҙан тора. Контролде көсәйтеү маҡсатында башҡа милләт һәм мосолман мәктәптәре Халыҡ мәғарифы министрлығы буйһоноуына тапшырыла (1874 й. тиклем Эске эштәр министрлығы буйһоноуында була). 19 б. аҙ. мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә уҡытыуҙың йөкмәткеһен, формаһын һәм ысулдарын яңыртыу хәрәкәте (ҡара: Йәдитселек) барлыҡҡа килә, уның барышында грамотаға өнлө өйрәтеү, уҡытыуҙың класс-дәрес системаһы, яңы фәндәр индерелә. Уҡытыусылар кадрҙарын әҙерләү өсөн Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бәләбәй (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы), Ырымбур, Силәбе, Троицк ҡҡ. уҡытыусылар семинариялары, Ырымбурҙа уҡытыусылар ин‑ты, Өфө уҡытыусылар институты һ.б. асыла. Прогимназиялар, гимназиялар, реаль училищелар һ.б. һаны арта. 1900 й. Өфө һәм Ырымбур губ. 2144 башланғыс (118,7 мең уҡыусы), 16 урта (4,3 мең уҡыусы) һәм 20 махсус (2,5 мең уҡыусы) уҡыу йорто, 1913 й. 3439 башланғыс (222,8 мең уҡыусы), 35 урта (12 мең уҡыусы) һәм 36 махсус (3,9 мең уҡыусы) уҡыу йорто иҫәпләнә. Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле б‑са Өфө губ. Европа Рәсәйе губерналары араһында һуңғы урындарҙың береһен алып тора. Урта һәм юғары белем халыҡ өсөн буй еткеһеҙ булып ҡала. Революциянан (1917) һуң М. системаһы үҙгәртелә. Уҡыу йорттары национализациялана һәм Мәғариф ХК‑на тапшырыла. “Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында положение”ға (1918) ярашлы, түбәнге һәм урта һөнәри-техник уҡыу йорттары берҙәм хеҙмәт мәктәбенә әйләндерелеп, 2 баҫҡысҡа бүленә. 1919 й. тәүге мәктәпкәсә учреждениелар асыла. Шулай уҡ килешеү нигеҙендәге мәктәптәр, крәҫтиән йәштәре мәктәптәре һ.б. эшләй. Милли мәктәптәр булдырыла. 30‑сы йй. уртаһында белем биреү учреждениеларында уҡытыу 12 телдә ойошторола. 1927 й. ҡарай башҡорт телендә 12 дәреслек, ш. иҫ. Әлифба, “Башҡорттар тарихы” (“История башкир”), “Башҡорт теленең грамматикаһы һәм синтаксисы” (“Грамматика и синтаксис башкирского языка”), “Математика” (6 киҫәктә), “Башҡортостан географияһы” (“География Башкирии”) нәшер ителә. 30‑сы йй. мәғариф хеҙм‑рҙәрен әҙерләү маҡсатында 15 пед. техникумы, ш. иҫ. 5 башҡ., 5 урыҫ, 3 татар, 1 сыуаш, 1 мари (1938 й. педагогия училищеларына әйләндерелә), Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт педагогия институты, Башҡ‑н халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑ты (ҡара: Мәғарифты үҫтереү институты), эшләй. 1941 й. 4867 башланғыс, тулы булмаған урта һәм урта мәктәп (627 мең уҡыусы), 58 техникум һәм училище (16 мең уҡыусы), 7 юғары уҡыу йорто (3,3 мең студент) иҫәпләнә. Совет власы йылдарында респ. наҙанлыҡты бөтөрөү бурысы үтәлә, дөйөм башланғыс (1933 й.), ете йыллыҡ (1953 й.) һәм урта (1976 й.) белем биреү тормошҡа ашырыла, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһы барлыҡҡа килә. 90‑сы йй. “Мәғариф тураһында” (1992, 2013 й. көсөн юғалта), “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” (1999) БР закондары, “1993—1998 йй. БР‑ҙа мәғарифты үҫтереү программаһы” ҡабул ителгәс, М. тарихында яңы осорға башланғыс һалына. БР Конституцияһы м‑н төп белем биреүҙең бушлай һәм мәжбүри булыуы нығытыла. Республикала 2013 й. 1 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” законы эш итә; “Мәғариф” милли проекты (2006 й. алып), уның сиктәрендә новатор уҡытыусылар, һәләтле йәштәр һәм иң яҡшы белем биреү учреждениелары дәүләт ярҙамы ала, 2013—17 йй. ҡаралған “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһы, 2012—16 йй. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү” маҡсатлы программаһы һ.б. тормошҡа ашырыла. Республиканың белем биреү учреждениеларында уҡытыу 6 телдә ойошторолған, 14 туған тел предмет итеп өйрәнелә, уҡыу пландарын төҙөгәндә респ. милли үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. 17 милли йәкшәмбе мәктәбе асылған. Айырыуса һәләтле уҡыусылар һәм студенттар халыҡ-ара мәғариф проекттарында (“ЮНЕСКО‑ның берләштерелгән мәктәптәре” һ.б.) ҡатнаша. Болонья декларацияһына ярашлы, юғары уҡыу йорттарына бакалавриат һәм магистратура индерелә. Республиканың М. системаһы 1664 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын, 1587 дөйөм белем биреү мәктәбен һәм мәктәп-интернатын (429,6 мең уҡыусы), 12 киске мәктәпте (4,3 мең уҡыусы), 5 дәүләткә ҡарамаған дөйөм белем биреү учреждениеһын (881 уҡыусы); 83 гимназияны, 58 лицейҙы, 3 кадет учреждениеһын (92 мең уҡыусы); 84 һөнәрселек училищеһын һәм һөнәрселек лицейын, 75 дәүләт ҡарамағындағы урта махсус уҡыу йортон (2013) үҙ эсенә ала. 26 балалар йорто эшләй. Юғары проф. белемле белгестәрҙе дәүләт ҡарамағындағы 10 үҙ аллы юғары уҡыу йорто һәм Мәскәү, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Силәбе ҡҡ. дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарының 18 филиалы (136,5 мең студент) әҙерләй. Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттарына 3 үҙ аллы юғары уҡыу йорто һәм 7 филиал (16,4 мең студент) ҡарай. Дәүләт ҡарамағындағы һәм дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарының профессорҙар-уҡытыусылар составы 7439 кеше, ш. иҫ. 953 фән докторы һәм 4131 фән кандидаты, тәшкил итә (2013).

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001; А л м а е в Р.З. Становление советской системы школьного образования в Республике Башкортостан. Уфа, 2002.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019