Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ

Просмотров: 1518

БАШЛАНҒЫС ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең тәүге баҫҡысы, маҡсаты — йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре б‑са квалификациялы хеҙм‑рҙәр әҙерләү. 2012 й. 29 дек. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” законға ярашлы, Б.п.б. квалификациялы эшселәр (хеҙмәткәрҙәр) әҙерләү программалары б‑са урта профессиональ белемгә тиңләштерелә РФ-та Б.п.б. төп дөйөм һәм урта дөйөм белем базаһында алалар. Башҡортостанда дини уҡыу йорттары Б.п.б. тәүге учреждениелары була (ҡара: Дарелмөғәллимәт, Ир балалар дини училищеһы, Мәҙрәсә). Донъяуи Б.п.б. башланғысты тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищеларын асыу һала. 1917 й. Б.п.б. системаһына хәрби белем биреү, таусы белеме биреү, дин буйынса белем биреү, педагогик белем биреү, ауыл хужалығы буйынса белем биреү, юридик белем биреү, сауҙа‑коммерция, һөнәрселек белеме биреү һ.б. инә. Махсус уҡыу йорттарына башланғыс белеме булған кешеләр ҡабул итеү имтихандары нигеҙендә алына.

Башланғыс проф. уҡыу йорттарына кластар һәм курстар, икенсе класлы уҡытыусылар мәктәптәре, ш. уҡ пед. экстернат ҡараған. Кластар һәм курстар (уҡыу ваҡыты — 1—3 йыл) Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Өфө һ.б. ҡалаларҙағы дөйөм белем биреү уҡыу йорттары эргәһендә асыла. Өйәҙ училищеларын йәки 2 класлы ауыл училищеһын тамамлаған 16—17 йәшлек егеттәр алына. Дәрестәр теория (башланғыс мәктәптең уҡыу дисциплиналарын тәрән өйрәнеү һәм уларҙы уҡытыу методикаһы) һәм практика (училищеларҙа һынау һәм йомғаҡлау дәрестәре биреү) өлөшөнән торған. Тамамлағас, Халыҡ мәғарифы министрлығының 2 класлы училищеһы уҡытыусыһы таныҡлығы алғандар. Мәҙрәсәләр эргәһендә мосолман уҡыу йорттары өсөн уҡытыусылар (мөғәллимдәр) әҙерләгән махсус пед. курстар эшләгән.

Башланғыс коммерция белемен — Сауҙа мәктәбе, юридик — Полиция урядниктары мәктәбе, а.х. — ер үлсәү-таксаторлыҡ класы (1859 й. Өфө ир балалар гимназияһы эргәһендә асыла), түбәнге а.х. мәктәптәре һәм училищелары, Урман мәктәбе һәм ветеринар-фельдшер мәктәбе (1890 й. Өфө завод ат аҙбары эргәһендә асыла), ш. уҡ айырым тармаҡтар б‑са белгестәр әҙерләү мәктәптәре (Ляхов умартасылыҡ, емешселек һәм йәшелсәселек мәктәбе, Ключарёв практик мәктәбе, Берёзовка май яҙыу, сыр ҡайнатыу һәм малсылыҡ мәктәбе һ.б.) биргән.

Һөнәрселек белеме биргән уҡыу йорттарының 8 тибы була: түбәнге һөнәрселек мәктәптәре, һөнәрселек училищелары, ауыл һөнәргә уҡытыу оҫтаханалары, дөйөм белем биреү уҡыу йорттары эргәһендәге проф. кластар һәм бүлексәләр, һөнәрсе уҡыусылар мәктәптәре, өлкәндәр өсөн һөнәрселек мәктәптәре, ҡул хеҙмәте кластары һәм һөнәрселек белеме биреүҙең өҫтәмә төрҙәре. Б.п.б. системаһына ш. уҡ техник һыҙым һәм рәсем дәрестәре, яҙыу машинкаларында эшләргә өйрәтеүсе курстар, ашнаҡсылыҡ эше мәктәбе һ.б. инә.

1917 й. алып башланғыс проф. уҡыу йорттарының политехник белем биреүгә нигеҙләнгән яңы тибы формалаша башлай. Рев‑цияға тиклемге мәктәптәр нигеҙендә проф.-техник мәктәптәр һәм курстар, ш. уҡ фабрика-завод уҡыусылығы (ФЗУ) мәктәптәре асыла. 1940—58 йй. СССР Дәүләт хеҙмәт резервтары квалификациялы хеҙм‑рҙәр әҙерләүҙең үҙәкләштерелгән берҙәм системаһын тәшкил итә, уға фабрика-завод белеме (ФЗО) мәктәптәре, һөнәрселек һәм т. юл училищелары, төҙөлөш мәктәптәре һәм училищелары, а.х. механизациялау мәктәптәре һәм училищелары (1959 й. — проф.‑техник училищеға, 1992 й. проф. училищеға үҙгәртелә) инә. 1950 й. БАССР‑ҙа 13 һөнәрселек һәм 1 т. юл училищеһы, 12 ФЗО мәктәптәре, 1 тау-сәнәғәт мәктәбе була, уларҙа 5486 кеше уҡый. 1997 й. алып Б.п.б. 2 төп тибы эшләгән: проф. училище һәм проф. лицей. БР-ҙа 1995 й. 137 (62982 уҡыусы) Б.п.б. учреждениеһы була, 2009 й. — 108 (33967).

Респ. Б.п.б. үҫеше тарихына М.М. Бикбаев, М.Н.Фәрхшатов, Т.М.Әминевтың һ.б. хеҙмәттәре арналған

.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019