Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с үҙәге

Просмотров: 632

МОРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1586 кеше; 1920 — 1585; 1939 — 1353; 1959 — 1049; 1989 — 705; 2002 — 681; 2010 — 634 кеше. Сыуаштар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға яҡынса 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таңатар исеме (Ҡыпсаҡ улусы тарханы Таңатар Ҡонҡасов исеменән, тип фараз ителә) м‑н нигеҙ һала. 1773 й., 1803 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында ерһеҙ башҡорттар, яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яран а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны Мәҫәле а.) суҡындырылмаған сыуаштар, 19 б. 1‑се ярт. бобылдәр, суҡындырылған һәм суҡындырылмаған сыуаштарҙан торған дәүләт крәҫтиәндәре иҫәпкә алынған. 1795 й. (хәҙ. исеме м‑н) 33 йортта 179 кеше йәшәгән. 1865 й. М. исеме м‑н 2 ауыл теркәлгән: береһендә 85 йортта 495 кеше (малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 44 йортта 332 кеше (игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; ярма һурғыс булған) йәшәгән. 1906 й. 1‑се Мораҡ а. мәсет, мануфактура һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй, 2‑се Мораҡ а. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. бер ауыл булып иҫәпкә алыналар. 

 Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019