Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИМЕСЛӘР, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 896

НИМЕСЛӘР, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Күл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ҙуркүл (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1464 кеше; 1920 — 2030; 1939 — 1797; 1959 — 1128; 1989 — 805; 2002 — 660; 2010 — 691 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Күл урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй-Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1858 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Минзәлә өйәҙенең Байбулат һәм Бикбул аа. типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре күсеп ултыра. Шулай уҡ Нимис исеме м‑н билдәле. 1795 й. 61 йортта 182 кеше йәшәгән, 1865 й. 149 йортта — 966 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, 2 ашхана, мануфактура һәм 3 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендәге Упҡанкүл — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.С.Исмәғилев, Флүр Р.Исмәғилев, М.Б.Шәймөхәмәтов ошо ауылда тыуған.  

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019