КОНОНОВ Андрей Николаевич
КОНОНОВ Андрей Николаевич (14.10.1906, Санкт‑Петербург ҡ. — 28.10.1986, Ленинград ҡ.), тел белгесе. СССР ФА академигы (1974), филология фәндәре докторы (1948), профессор (1950). Ленинград көнсығыш институтын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй; 1934—80 йй. ЛДУ‑ла: 1949—72 йй. төрки филологияһы кафедраһы мөдире, 1953—64 йй. көнсығыш факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1936 й. алып Тел һәм фекерләү институтында; 1938—86 йй. СССР ФА‑ның Шәрҡиәт институтында: 1938—71 йй. төрки телдәр кабинеты мөдире, 1961—63 йй. Ленинград бүлексәһе мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телдәрҙең тарихи үҫешенә, төркиәт тарихына, боронғо төрки рун яҙмаһы ҡомартҡыларының теленә, Урта Азия һәм Кавказ аръяғы төрки телле халыҡтарының әҙәби ҡомартҡыларын текстологик яҡтан өйрәнеүгә, төрөк теле һәм үзбәк теле грамматикаһына һ.б. арналған. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса ҡыҫҡаса очерк, башҡ. тел белгестәре М.М.Биксурин, С.Б.Күкләшев, М.Ә.Ҡыуатов, М.И.Өмөтбаев тураһында мәғлүмәттәр тупланған “Ватан төркиәтселәренең биобиблиографик һүҙлеге (Октябргә тиклемге осор)” [“Биобиблиографический словарь отечественных тюркологов (дооктябрьский период)”; 1974] етәксеһе һәм төҙөүселәренең береһе. Төркиәтселәр комитеты советы рәйесе (1973—86).
Х е ҙ м.: “Родословная туркмен”. Сочинение Абу-л-Гази, хана Хивинского. М.; Л., 1958; История изучения тюркских языков в России. Дооктябрьский период. Л., 1972; Грамматика языка тюркских рунических памятников VII—IX вв. Л., 1980.
М.В.Зәйнуллин, Р.З.Шәкүров
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов