Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБЩИНА

Просмотров: 1284

ОБЩИНА, халыҡтың туғанлыҡ бәйләнештәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән традицион соц. ҡоролош формаһы. О. етештереү сара‑ ларына яңғыҙ йәки берлектә хужа булыу, тулы йәки өлөшләтә үҙидара хас. Ырыу (ҡара: Ырыу-ҡәбилә берләшмәһе), ғаилә һәм күршеләр (бер биләмә, ауыл О.; ҡара: Ауыл) О. бүлеп йөрөтөлә. Башҡорттарҙа О. ерҙең коллектив хужаһы (ҡара: Ер биләү) булып, ағзаларының хужалыҡ һәм көнкүреш мөнәсәбәттәрен көйләгән. Күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) шарттарында милеккә хоҡуҡ йәйләү маршруттары (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) һәм көтөүлектәр м‑н идара итеү формаһында сағылған. Башҡ. О. иерархик баҫҡыстарҙың күп булыуы, звенолар араһындағы сиктәрҙең аныҡ булмауы һәм уларҙың күсеүсән булыуы хас. О. иң юғары баҫҡысы ҡәбилә йәки ҙур ырыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән улус булған, артабан — ырыу һәм иң түбәнгеһе бу‑ лып, ғәҙәттә, бер ауыл халҡынан торған ырыу бүленеше иҫәпләнгән. Ерҙәр — О. (тәүҙә бөтә улус) милке, мал-тыуар, а.х. ҡорамалдары, йорт хужалығы — ғаиләнеке булған. Аҫаба ғаилә башлыҡтары О. ерҙәренең берлектәге хужалары булып, дөйөм биләмәләр м‑н идара иткән, әммә үҙ хужалығын алып барған (ҡара: Ерҙе файҙаланыу). Ҡайһы бер ғаиләләрҙең урманда солоҡтары, кәртәләп алынған сәсеүлектәре, йәйләүҙә һәм һунар итеү урындарында үҙ ҡаралтыһы булған. Аҫабалыҡ хоҡуғынан (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) мәхрүм ителеп, үҙ О. сығарылған башҡорттар [мәҫ., башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашҡаны өсөн] керҙәшкә әүерелгән. Игенселек үҫешеп, ултыраҡ тормошҡа күскәс, һөрөнтө ерҙәр, урман, солоҡ, балыҡ тотоу һ.б. урындар, ш. уҡ ҡомалаҡ йыйыу урындары айырым биләмәләргә бүленә (ҡара: Ер бүлеме). Урман һәм көтөүлектәр О. араһында бүленеп, ҡайһы бер яҡтарҙа (башлыса йәйләүгә сығыу традицияһы йәшәгән көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙа) бер нисә ауыл өсөн уртаҡ йәйләүҙәр, бөтә улусҡа — уртаҡ һунар итеү урмандары була. О. тормошондағы иң мөһим мәсьәләләр йыйындарҙа һәм ҡоролтайҙарҙа ҡаралған. Ваҡыт үтеү м‑н О. тарҡала һәм уның төп берәмеге булып бер ауыл йәки таралып ултырған ауыл тороп ҡала. Ҡатмарлы соц.-этник составлы ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа (мәҫ., Стәрлетамаҡ өйәҙенең Иштуған а. 20 б. башында башҡ., татар һәм урыҫ О. иҫәпләнгән) бер нисә О. йәшәгән. О. ҡаҙна һалымдарын йыйыуҙы күҙәткән, ауылдарҙы төҙөкләндереү б‑са йәмәғәт эштәрен ойошторған, юлдар һәм күперҙәр һалдырған, мәсеттәр һәм мөгәзәйҙәр төҙөткән, балаларҙы уҡытыу, ғибәҙәт ҡылыу һәм байрамдар үткәреү мәсьәләләрен хәл иткән, ауылда янғындан һаҡланыуҙы һәм ҡаза күргәндәргә ярҙам итеүҙе ойошторған. Айырыуса күләмле эштәрҙе бер нисә О. берләшеп атҡарған. О. ырыу берҙәмлеге тради‑ цияларын дауам иткән ярҙамлашыу йолаһы (ҡара: Өмә) ҙур урын тотҡан. Күп кенә ғаилә йолалары бөтә О. ҡатнашлығында үткәрелгән. 19 б. аҙ. О. составы төрлөләнә: О. төп өлөшөн тәшкил иткән үҙ-ара туған булған ағзалар м‑н бергә уға башҡа ырыу вәкилдәре, йыш ҡына сит халыҡтар ҙа инә башлай. Һөҙөмтәлә О. күрше О. һыҙаттарын ала барған. Столыпин аграр реформаһы осоронда О. ер биләү ҡоролошо аҡрынлап хосуси крәҫтиән (ҡара: Крәҫтиәндәр) ер биләүселеге м‑н алмашына. Коллективлаштырыу йылдарында О. тамам юҡҡа сығарыла.

Ф.Ә.Шәкүрова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019