Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНДАЛЬ

Просмотров: 606

МИНДАЛЬ, д а л а  с ә т л ә ү е г е (Amygdalus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда тәпәш М. үҫә. Япраҡ ҡоя торған яҡтылыҡ яратыусы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—1,5 м, үрендеһе төҙ, ҡыҙғылт һоро йәки һоро төҫтә. Япрағы ябай, ҡыяҡ-ланцет, ланцет йәки овал формаһында, осло, бысҡы ситле, һаплы, сиратлы, ҡыҫҡа ботаҡтарҙа — шәлкемдәрҙә урынлашҡан. Сәскәһе эре, алһыу йәки сағыу ал, яңғыҙ, ҡыҫҡа ботаҡтарҙа үҫә. Майҙа бер үк ваҡытта япраҡ яра һәм сәскә ата. Емеше — аҡһыл һары төҫтәге кейеҙ һымаҡ йөнтәҫ йомро төшлө емеш, июль—августа өлгөрә. Урман ситтәрендә, ҡоро битләүҙәрҙә, һыҙаларҙа үҫә; БР‑ҙың урман‑дала һәм дала зоналарында таралған. Декоратив үҫемлек. Һарыҡ һәм кәзәләр өсөн мал аҙығы үҫемлеге, һыйыр малы өсөн ағыулы. Орлоғоноң составында ҡуйы майҙар һәм эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023
Связанные статьи: