Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1379

ТӨБӘК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, дәүләт авт. ғилми учреждениеһы. 2009 й. Сибай ҡ. БР ФА‑ның Сибай филиалы (1999 й. ойошторолған) базаһында БР ФА‑ның Т.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Т.т.и. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәҙәниәт, педагогика, психология, тарих, философия, этнолингвистика, этнология, Башҡортостандың Урал аръяғының соц.-иҡт. үҫеш проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр; биологик ресурстарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү; тау тоҡомдарын эшкәртеү сәнәғәте һәм тәж.‑производство ҡулайламалары ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү, таҙартыу технологияларын эшләү; һыҙыҡлы булмаған динамик системаларҙы яҡынса тикшереү мәсьәләләрендә параметрҙы һәм уның ҡушымтаһын функционалләштереү һ.б. Ин‑т составына 3 лаб. (төбәктәрҙең соц.‑иҡт. үҫеше, экология һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу, тарихи‑гуманитар тикшеренеүҙәр) инә. 18 ғилми хеҙм‑р араһында 2 фән д‑ры һәм 12 фән канд. (2012). Ин‑т ғалимдары тарафынан 19 б. 2‑се ярт. башҡ. ауылдарының ярым күсмә хужалығытарихы, хәҙ. этапта сәсәнлек институты, билингвизмдың этносоциологик һәм этнолингвистик таралыуы, респ. Көньяҡ‑көнсығыш төбәге башҡорттарының шәжәрәһе, ҡалаларҙа халыҡтың милли составы һәм халыҡһаны, “Ирәндек” музей‑ҡурсаулығының флораһы, Урал аръяғында ҡара тупраҡ торошо һәм уны файҙаланыу системаһы, параметрҙар критик ҡиммәттәрҙе үтеп киткәндә динамик системаларҙың тәртибе өйрәнелә; боҙолған тупраҡ процестарын (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы) реабилитациялау системаһы, карьер һыуҙарын таҙартыу һәм окисланған мәғдәндән төҫлө металдар алыу технологиялары, бер нисә параметрға буйһонған динамик системалар өсөн бифуркацияларҙы тикшереү ысулы уйлап табыла; далалағы үҫемлектәр донъяһының төр составы һәм продуктлылыҡ динамикаһы т‑да мәғлүмәттәр алына; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы терр‑яһында демография, халыҡ миграцияһы, халыҡтың йәшәү кимәле б‑са беренсел мәғлүмәттәр базаһы һ.б. эшләнә. Ин‑т етәкс. йыл һайын “Территорияларҙың тотороҡло үҫеше: теория һәм практика” исемле Бөтә Рәсәй, “Урал аръяғы АСК‑ның агроэкологик һәм соц.‑иҡт. проблемалары һәм үҫеш перспективалары”, “Башҡортостан Республикаһының Урал төбәге: кеше, тәбиғәт, йәмғиәт” исемле төбәк фәнни‑ғәмәли конференциялары һ.б. үткәрелә. 60‑тан ашыу фәнни йыйынтыҡ һәм монография нәшер ителгән. РФ һәм БР вуздары, ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: И.С.Сабиров (1999 й. алып), Й.Т.Һөйөндөков (2004 й. алып).

Ф.М.Сөләймәнов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019