Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРЖАНОВА Сәриә Фазулла ҡыҙы

Просмотров: 1190

МИРЖАНОВА Сәриә Фазулла ҡыҙы (24.12.1924, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны 3‑сө Ҡусҡар а. — 25.11.2000, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Магнитогорск педагогия институтын (1948), К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын (1956) тамамлаған. 1955—94 йй. ТТӘИ‑лә (1972 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1955—90 йй. башҡорттар йәшәгән территориялар буйлап ойошторолған диалектологик экспедицияларҙа ҡатнашып, башҡорт теленең диалекттары һәм фольклор буйынса материал туплай. Фәнни тикшеренеүҙәре диалектологияға (төньяҡ‑көнбайыш диалекттың һәм көньяҡ диалекттың тел үҙенсәлектәре, тарихи үҫеше), лингвистик география, тел‑ара бәйләнештәр һәм этнолингвистика мәсьәләләренә арналған. “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге” (3 томда; 1967—1987), “Башҡортса‑русса һүҙлек” (1996) һ.б. һүҙлектәрҙе, шулай уҡ Башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөүселәрҙең береһе. Уның тарафынан Бабсаҡ менән Күсәк, Иҙеүкәй менән Мораҙым, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу эпостарының һ.б. фольклор әҫәрҙәренең варианттары яҙып алынған. М. исеме менән Әбйәлил районы Асҡар а. урам аталған.

  Х е ҙ м.: Южный диалект башкирского языка. М., 1979; Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние). Уфа, 2006. 

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2024