Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУШЫ ӨЙРӘК

Просмотров: 798

ҠУШЫ ӨЙРӘК (Mergus merganser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 58—66 см, ауырлығы 1,1—1,8 кг, ҡанатының ҡоласы 92—98 см. Ҡауырһын ҡапламы күпселек өлөшөндә көлһыу һоро, тамағы һәм боғағы аҡ. Инә ҡоштоң башы ҡуш өлпөлө, ерән, ҡанат осо ҡара һыҙатлы. Ата ҡоштоң башы, муйынының өҫкө өлөшө, арҡаһы ҡара, ҡанатында бөтөн аҡ тап бар, ян‑яҡтары һәм ҡорһағы аҡ. Көҙ көнө ата ҡош менән инә ҡош бер төҫтә, ата ҡош бәләкәй өлпөлө асығыраҡ төҫтәге башы, күҙенән суҡышына тиклем асыҡ һыҙат булыуы, ҡара күк арҡаһы менән айырыла. Суҡышы оҙон һәм тар, осо ырғаҡ формаһында бөгөлгән, ян-яҡта ваҡ ҡына тештәре бар. Аяғы сағыу ҡыҙыл. Моногам. Ояһын ағас ҡыуышында, яр буйындағы ҡая ярығында ҡора, төбөнә үлән, йөн түшәй. 6—9 (ҡайһы берҙә 13‑кә тиклем) аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 32—35 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса балыҡ һәм һыу хайуандары менән туҡлана. Йылға һәм күл ярҙарында оя ҡора. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Йылайыр яйлаһы) йылы яҡҡа осоп киткәндә йәки йылы яҡтан ҡайтҡанда осрай, һирәк осраҡта тау йылғалары буйында оялай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023