Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН

Просмотров: 1193

ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Milvus migrans), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—60 см, ауырлығы 630—950 г, ҡанатының ҡоласы 160—180 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы көрән. Башы, ҡанатының яурын өлөшө асыҡ төҫтә. Суҡышы ырғаҡ формаһында. Ҡойроғо айырсалы. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһын (диаметры 0,4—1,2 м, бейеклеге 0,8 м тиклем) ботаҡтарҙан ағас сатырында төҙөй (6—20 м бейеклектә), төбөнә балсыҡ киҫәктәре, ҡоро тиҙәк, үлән, ҡағыҙ, сепрәк түшәй. Ояһында 1—5 (йышыраҡ 2—3) көрән һәм тут таплы аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 25—26 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Емтек, имеҙеүселәр (ҡомаҡ, сысҡан, ҡыр сысҡаны һ.б.), ҡоштар, балыҡтар, бөжәктәр менән туҡлана. Урманда, йылғаның һыубаҫар туғайында, ҙур күл, һыуһаҡлағыс һәм быуа эргәһендә йәшәй. БР‑ҙа урман һәм урманлы дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2023