Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОКАМА РАЙОНЫ

Просмотров: 1644

КРАСНОКАМА РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Ҡалтасы, көньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — ТР, төньяҡ‑көнбайышта Удмурт Респ. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Николо‑Берёзовка р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1932 й. 20 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡалтасы р‑ны составына индерелә. 1935 й. 31 ғин. хәҙ. исеме м‑н яңынан ойошторола, 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑нына, 1964 й. Ҡалтасы р‑нына бирелә. 1972 й. 31 мартында яңынан ойошторола. Майҙаны — 1595 км2. Адм. үҙәге — Николо‑ Берёзовка а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 210 км һәм Нефтекама т. юл ст. 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 41,6; 1959 — 38,2; 1989 — 25,9; 2002 — 27,6; 2010 — 27,9. Милли составы: башҡорттар — 31,3%, мариҙар — 26,5%, татарҙар — 25,8%, урыҫтар — 14,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 17,5 кеше/км2. Районда 14 ауыл советы, 68 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Николо‑Берёзовка (6,1 мең кеше), Ҡуян (3,7 мең), Яңы Нуғай (1,1 мең) ауылдары. Район сиктәрендә Нефтекама һәм Ағиҙел ҡҡ. урынлашҡан. Рельефтың уйһыу формалары өҫтөнлөк итә: Ағиҙел, Кама йй. үҙәндәренең киртләстәре, көнсығышта — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һөҙәк‑убалы участкалары. Үрге Кама уйпатлығы һәм Бөрө биләне сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ (Көнсығыш Можары), балсыҡ һәм керамзит сеймалы (Ҡырым‑Һарай, Ташкин), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Иҫке Йәнйегет); нефть ятҡылыҡтары (Арлан нефть ятҡылығы, Нарат, Сауыҙбаш ятҡылыҡтары) бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. −51°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Ҡайынлыҡ, Әмзә ҡушылдыҡтары м‑н Кама й. һәм Тере Танып, Кәлтәй ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й., күлдәр (Лабода, Сауыҙ, Әлбәккүл); Түб. Кама һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. БР‑ҙың иң һаҙмат районы — терр‑яһының 4%‑тан ашыуын Аҡһаҙ, Бабай, Дауар, Дубин, Ефим, Кәбән, Ҡатай, Урыҫһаҙ һ.б. һаҙлыҡтар биләй. Көкөрт-водородлы минераль һыу сығанаҡтары бар. Кәҫле көлһыу тупраҡ, ҙур йылғалар буйында — туғай, төньяҡ‑көнсығышта һоро урман тупраҡтары өҫтөнлөк итә, һаҙ тупрағы осрай. Һыубаҫар туғай, көньяҡ‑көнбайышта — көньяҡ тайга ҡарағай, төньяҡ- көнсығышта ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙың айырым массивтары таралған. Терр‑яһының 24%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Шыршы һәм ҡарағай ултыртмалары, Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡтар, Яңы Ҡайынлыҡ а. эргәһендәге реликт ҡарағайлыҡ, Николо‑Берёзовка а. тирәһендәге Моховое һәм Танышһаҙ һаҙлыҡтары — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 95,8 мең га (дөйөм майҙандың 60,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 52,4, сабынлыҡтар — 16,9, көтөүлектәр — 25,5; урмандар майҙаны — 38,2, ер өҫтө һыуҙары — 3,6. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [10 АХПК, 6 ЯСЙ, 60 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Район терр‑яһында “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ, “Башкиррыбхоз” ААЙ‑ның балыҡ промыслалары участкалары, ҡошсолоҡ ф‑каһы, “Уралагро” ЯСЙ, “Краснокама элеваторы” МУП‑ы, “Краснокама урманы” ДУП‑ы бар. Нефть сығарыу сәнәғәт нигеҙен тәшкил итә. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть- Добыча” ЯСЙ‑ның “Арланнефть” НГДУ‑һы эшкәртә. “Краснокама ауыл хужалығы химияһы” ЯСЙ, “Гидровец” ЯСЙ, керамик кирбес з‑ды (Арлан а.), быйма баҫыу цехы, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Горький т. юлы (Әмзә—Нефтекама—Ағиҙел тармағы), Дүртөйлө—Нефтекама, Краснохолмский— Николо‑Берёзовка, Нефтекама—Яңауыл автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Арлан урта мәктәбе, Николо‑Берёзовка урта мәктәбе, 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (Яңы Ҡабан а.), 2 сәнғәт мәктәбе, балалар ижады үҙәге, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, 2 үҫмерҙәр спорт клубы, ДЮСШ; үҙәк район һәм 4 участка дауаханалары, 32 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ваҡытлыса стационар соц. хеҙмәтләндереү бүлеге (Яңы Ҡайынлыҡ), һаулыҡ б‑са мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалы, психоневрология интернаты, “Кама” балалар һауыҡтырыу лагеры; мәҙәниәт һарайы, 34 клуб учреждениеһы, 26 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ш.С.Сөләймәновтың йорт‑музейы (Яңы Ҡайынлыҡ) бар. 8 халыҡ һәм 8 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Краснокамские зори” гәз. сыға.

И.В.Голубченко

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Карта района

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019