Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 1269

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, Башҡорт хәрби шураһы бойороғо м‑н 1918 й. 13 авг. Верхнеурал өйәҙе һәм Силәбе өйәҙендә 1‑се Башҡ. пехота див. булараҡ ойошторола, окт. алып Б.Б.у.д. Дивизия составына 2‑се, 3‑сө һәм 5‑се Башҡ. пехота полкы, окт. башлап — таратылған Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһының 1‑се һәм 4‑се Башҡ. уҡсылар полкы, нояб. — 6‑сы Башҡ. уҡсылар полкы, 1919 й. ғин. Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се Башҡ. кавалерия полкының 2 эскадроны инә. 20 нояб. див. — 10‑сы, дек. — 9‑сы Башҡ. уҡсылар див., 1919 й. 9 ғин. алып йәнә Б.Б.у.д. тип үҙгәртелә. Халыҡ армияһы (сент. Башҡорт айырым корпусы составына индерелә һәм Ырымбур ҡ. күсерелә), нояб. алып Көньяҡ-Көнбайыш армия, дек. — Ырымбур айырым армияһы (ҡара: Ырымбур армияһы) составында була. Башҡорт ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидов бойороғо м‑н 1919 й. 26 ғин. див. полктары (уның штабынан һәм 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкынан тыш) тергеҙелгән Башҡорт корпусы, 5‑се һәм 6‑сы уҡсылар полкы 2‑се Башҡ. уҡсылар див. составына инә. Граждандар һуғышы барышында див. полктары Екатеринбург (1918 й. июль—авг.), Верхнеурал (июль—авг.), Орск (сент.), Волга буйы (окт.), Аҡтүбә (окт.—нояб.), Стәрлетамаҡ (1918 й. дек. — 1919 й. февр.) фронттарында хәрәкәт итә. 1919 й. февр. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет респ. яғына сыҡҡандан һуң таратыла. Див. нач.: подполк. Тереғолов (1918 й. авг. алып), ваҡытлыса вазифа башҡарыусы Савельев (1918 й. сент. алып), ген.-лейт. Х.И.Ишбулатов (1918 й. нояб.), ген.-майор Г.А.Савич-Заблоцкий (1918 й. нояб. алып), штабс-капитан Ә.Ғ.Ишмырҙин (1919 й. февр.).

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019