Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“РУС БАҠЫРЫ”, инглиз акционерҙар компанияһы

“РУС БАҠЫРЫ”, инглиз акционерҙар компанияһы, Рәсәй баҡыры компанияһы. 1870 й. “Прогден, Леббок һәм К°” йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1871 й. “Р.б.” тип үҙгәртелә. Акцияларҙың төп өлөшө Англия парламенты вәкилдәре А.Брогден һәм В.Ланкастер [1871 й. үҙ өлөшөн Ф.Э.Бомонт һәм В.В.Ле(у)ббокҡа һатҡан] ҡулында...

“РУС‑ГЕРМАН ҺУҒЫШЫ БӘЙЕТЕ”, бәйет

“РУС‑ГЕРМАН ҺУҒЫШЫ БӘЙЕТЕ”, “Г е р м а н һ у ғ ы ш ы б ә й е т е”, башҡ. бәйете. Тәүге тапҡыр шиғри тексы 1940 й. яҙып алына (яҙманың авторы һәм информаторы билдәһеҙ) һәм “Башҡорт халҡ ижады” (1954) китабында баҫтырыла. Бәйеттең көйө һаҡланмаған. Беренсе донъя һуғышына бәйле ижад ителгән. Һалдат монологы...

“РУССКИЕ ЗВОНЫ”

“РУССКИЕ ЗВОНЫ”, Бәләбәй үҙәк мәҙәниәт һарайының урыҫ йыры хоры. 1980 й. ойошторола, 1986 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында В.Лаптевтың “Аҡҡош тураһында баллада” (“Баллада о лебеде”), А.Г.Дармастуктың “Тәүбә” (“Покаяние”), В.Клименко- ның “Православиелы Рәсәй” (“Православная Россия”), В.Калашниковтың...

“РУССКИЕ УЗОРЫ”, фольклор ансамбле

“РУССКИЕ УЗОРЫ”, Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а. мәҙәниәт йортоноң урыҫ халыҡ йыры фольклор ансамбле. 1955 й. ойошторола, 1970 й. “халыҡ” исемен ала, 1999 й. алып А.М.Пискунова исемен йөрөтә. Репертуарында урыҫ халыҡ — “Во кузнице”, “За горою у колодца”, “Меж крутых бережков”; туй – “Летел голубь, летел...

“РУССКИЙ ЯЗЫК В БАШКИРСКОЙ ШКОЛЕ”

“РУССКИЙ ЯЗЫК В БАШКИРСКОЙ ШКОЛЕ”, фәнни-методик журнал. БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығы органы. Өфөлә 1982 й. июленән 1990 й. дек. тиклем 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 15 мең данаға яҡын. Журнал биттәрендә респ. милли уҡыу йорттарында урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемалары һәм алымдары,...

“САВА”, предприятие

“САВА”, и т к о м б и н а т ы. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составына 2 производство (1998 й., 2006 й. нигеҙ һалынған), һуғым (2005), тире тоҙлау (2006) цехтары; термик бүлексә (2008), 4 һыуытҡыс‑склад һ.б. инә. 2008 й. 1530 кеше эшләгән. Колбаса, ыҫланған ашамлыҡ етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа...

“САҠ-СУҠ”, бәйет

“САҠ‑СУҠ”, “С а ҡ ‑ С у ҡ б ә й е т е”, башҡ. бәйете. “С.‑С.” варианттарын (60‑тан ашыу) С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Р.С.Сөләймәнов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Ҡайһы бер варианттары тәүге тапҡыр Шоңҡаров яҙмаһында “Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр” (1978) китабында баҫтырыла. Эпик‑драматик характерҙағы...

“САҠМАҒОШ САТҠЫЛАРЫ”

“САҠМАҒОШ САТҠЫЛАРЫ”, ижт.- сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың «“Чекмагушинформүҙәк” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2002—16 йй. Саҡмағош р‑нының Саҡмағош а. айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов    

“САЛАВАТГИПРОНЕФТЕХИМ”

“САЛАВАТГИПРОНЕФТЕХИМ”, С а л а у а т  д ә ү л ә т  н е ф т ь  э ш к ә р т е ү  һ ә м  н е ф т е х и м и я  с ә н ә ғ ә т е  п р е д п р и я т и е л а р ы н  п р о е к т л а у  и н с т и т у т ы, ДУП. 1948 й. “Ленгипрогаз” (Ленинград) Бөтә Союз дәүләт яһалма шыйык яғыулыҡ һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларын...

“САЛАВАТНЕФТЕМАШ”, предприятие

“САЛАВАТНЕФТЕМАШ”, ААЙ. Сәнәғәттең нефть, газ һәм нефтехимия тармаҡтары пр‑тиелары өсөн ҡорамалдар етештерә. Составына 3 ҡаҙанлыҡ‑иретеп йәбештереү, 2 ремонт- механика, ремонт‑төҙөлөш, металлургия производствоһы, энерго‑ремонт һ.б. цехтар инә. 2008 й. 2154 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың...

“САЛАВАТСТРОЙ”, предприятие

“САЛАВАТСТРОЙ”, торлаҡ, производство һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1948 й. “Ишимбайгазстрой” тресы булараҡ төҙөлә, 1949 й. алып СССР ЭЭМ‑ының 18‑се Төҙөлөш һәм холоҡ төҙәтеү‑хеҙмәт лагеры идаралығы, 1960 й. башлап “Салаватстрой” тресы, 1994 й. — ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына...

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, З.Ғ.Исмәғилевтең операһы

“САЛАУАТЮЛАЕВ”, З.Ғ. Исмәғилевтең4 шаршаулы операһы. 1954 й. яҙылған. Премьераһы 1955 й. 15 апр. БДОБТ‑ла үтә (Б.Бикбайлибреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры В.В.Целиковский, реж. А.Н. Бакалейников һәм А.Ҡ.Мөбәрәков, сценографы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Ф.Ә. Ғәскәров9$hCxサC9$hCһәм...

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, нәфис фильм

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, нәфис фильм. 1941 й. “Союздетфильм” к/ст төшөрә (сценаристары С.П. Злобин һәм Г.С.Спевак, реж. Я.А.Протазанов, операторы А.В. Шеленков, комп. А.И. Хачатурян). Ролдәрҙә: А.Ҡ.Мөбәрәков (Салауат), М.П.Болдуман (Е.И.Пугачёв), Н.А. Крючков (Хлопуша), М.Глузский (Абдрахман), Н.Федотова (Әминә),...

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, олимпия резервы махсус спорт мәктәбе

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ” ш а й б а л ы  х о к к е й  б у й ы н с а  б а л а л а р  һ ә м  ү ҫ м е р ҙ ә р  о л и м п и я  р е з е р в ы  м а х с у с  с п о р т  м ә к т ә б е. Өфөлә урынлашҡан. “Салауат Юлаев” хоккей клубы составында эшләй. 1969 й. хоккей б‑са “С.Ю.” ДЮСШ булараҡ асыла, 1973 й. алып махсус,...

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, хоккей клубы

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, хоккей клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1961 й. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубының хоккей командаһы булараҡ асыла, 1989 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Клуб составына “С.Ю.” командаһы (Континенталь хоккей лигаһы), “Толпар” (Йәштәр хоккей лигаһы), “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, СДЮСШОР...

“САЛАУАТ”, ижт.‑сәйәси гәзит

“САЛАУАТ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы органы. Петроградта 1919 й. сент. алып 1920 й. майына тиклем көн һайын төрки телендә сыға. Хәрби- патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, большевизм идеялары пропагандалана. И.С.Иғдәүләтов Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

“САЛАУАТ”, кинокомплекс

“САЛАУАТ”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1959 й. Стәрлетамаҡ ҡ. кинотеатр булараҡ асыла, 2003 й. хәҙ. статусын ала. 2 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны — 360), 2 киноаппарат бүлмәһе, бары, фойеһы бар. 2007 й. 4040 киносеанс үткәрелгән (120 меңдән ашыу тамашасы). “С.” 2000‑се йй. башына тиклем кинолекторийҙар...

“САЛАУАТ”, кинотеатр

“САЛАУАТ”, кинотеатр. 1908 й. Өфөлә “Фурор” электротеатры булараҡ асыла, 1922 й. алып “С.” к/т, 2000 й. башлап “Джиэль” ЯСЙ‑ның мәҙәни комплексы составына инә. 2002 й. алып реконструкция эштәре башҡарыла. “С.” 320 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, фойеһы, сәхнәһе, буфеты булған; кинотеатр эргәһендә...

“САЛАУАТ”, оҙон көй

“САЛАУАТ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1937 й. Л.Н.Лебединский Б.М.Мәһәҙиеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. Варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лиро‑эпик характерҙағы йыр. Унда Салауат Юлаевҡа дан йырлана һәм батша, баярҙар, завод хужалары,...

“САЛАУАТ”, спорт‑техник клубы

“САЛАУАТ”, спорт‑техник клубы. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1962 й. “Салаватстрой” тресының автомотоклубы булараҡ ойошторола, 1970 й. алып ДОСААФ ҡала ком‑тының һәм 1980 й. башлап “Салаватстрой” тресының “С.” спорт‑техник клубы, 1990 й. — хужалыҡ иҫәбендәге, 1998 й. — муниц. учреждение. Автогаражы, 5 мотобоксы,...