Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ

ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Бишбүләк р‑ны Ҡасҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М. Кинйәбаев тарафынан асыла һәм 1967 й. өйрәнелә, 1976 й. А.Х.Пшеничнюк, 1978—80 йй. Р.Ә.Ниғмәтуллин тикшерә. Ҡурғанлы...

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ

ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Мостафа а. башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1773). 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 10‑сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 й....

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН‑ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 – 515; 1939 – 429; 1959 – 471; 1989 – 288; 2002 – 276; 2010 – 259 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 – 438; 1939 – 315; 1959 – 233; 1989 – 188; 2002 – 243; 2010 – 190 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йылболаҡтамаҡ...

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Санъяп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта  Урманташлы й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 258; 1939 — 237; 1959 — 286; 1989 — 179; 2002 — 196; 2010 —...

ҠАСЫРЫУ СИРЕ

ҠАСЫРЫУ СИРЕ, йомро тояҡлыларҙың хроник инвазион ауырыуы. Сирҙе бер күҙәнәкле ҡамсылы Trypanosoma equiperdum паразиты тыуҙыра. Тыуҙырыусының сығанағы — ауырыу мал. Ҡ.с. йылҡы, ишәк, ҡасыр бирешә. Башлыса ҡасырыу ваҡытында йоға. Трипаносомдар, енси ағзаларҙың лайлалы тиресәләренә эләгеп үрсей, уларҙың...

ҠАҪМАРТ, йылға

ҠАҪМАРТ, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Үрге Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр һәм Ейәнсура р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Ейәнсура р‑ны Үтәғол а. эргәһендә көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай борола, артабан Ырымбур өлк. (өлөшләтә Ейәнсура р‑ны) буйлап...

ҠАТА

ҠАТА, башҡорттарҙың ҡаты табанлы, үксәле, киң башлы традицион күн аяҡ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. булған. Тәрән, шайтанашыҡҡа етеп торған (калуш ҡата, күн ҡата), ҡайһы ваҡыт ҡыҫҡа (12 см тиклем) ике ҡатлы киндер йәки тула ҡуныслы Ҡ. кейгәндәр. Ҡунысһыҙ Ҡ. тула, кейеҙ йәки...

ҠАТАЙ

ҠАТАЙ, ҡытай, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бәкәтин, ҡалмаҡ, Ҡ., терһәк, һалйот, һеңрән ҡәбиләләренән торған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. төп таралыу терр‑ялары — Ағиҙел, Өфө йй. үрге ағымы, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәре, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһы. 18 б. ҡәбиләләр...

ҠАТАЙ, һаҙлыҡ

ҠАТАЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Әшит а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, ситендә күсмә һәм уйһыу, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,9 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, бүленгән эт дегәнәге, ҙур сөйәл үләне, урман ҡолонғойроғо,...

ҠАТИЛ, эпос персонажы

ҠАТИЛ (ғәр. – үлтереүсе), “Урал батыр” эпосы персонажы. Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре м‑н ҡапланған һәм ҡан м‑н һуғарылған илдең аяуһыҙ, ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары б‑са, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле (“Бураланған...

ҠАТЛАМ

ҠАТЛАМ, сословие, нәҫел б‑са бирелгән хоҡуҡ һәм бурыстарға (улар йола йәки закон м‑н раҫланған) эйә булған соц. төркөм. Ҡатламлы ҡоролошта иерархия була, ул хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәрҙең тиңһеҙлегендә сағыла. Ҡайһы бер Ҡ. бер ни тиклем сикләнгәнлек, айырым йәшәү рәүеше һәм әхлаҡ хас. 16 б. уртаһынан Рәсәйҙә...

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ, ер аҫтын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау талаптарына ярашлы, нефть сығарыуҙа иҡт. рентабеллектең сигенә тиклем заманса технологиялар ҡулланып, ятыштарҙы үҙләштереүҙә ҡатламдан нефть запастарын (дөйөм, геол.) сығарыу дәрәжәһе. Һан м‑н баһалау өсөн Ҡ.н.б. коэф. (сығарылған...

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, үҫемлектәр донъяһының ике ярым батшалығының береһе. Ҡ.т.ү. яҡынса 300 мең төрө билдәле, улар түбәндәге бүлектәргә берләшкән: мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр. Ҡ.т.ү. — ер...

ҠАТЫ ЕСЕМ

ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының...

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр,...

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР, ҡуңыҙҙар (Coleoptera), бөжәктәр отряды. 140‑тан ашыу ғаиләһе, яҡынса 300 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,2 меңдән ашыу төрө бар. Туҡланыу тибы б‑са 3 ярым отрядҡа бүләләр: архостематтар (Cupedidae һәм Micromaltidae ғаиләләре), йыртҡыстар (бызылдауыҡтар, йөҙгәләктәр, ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар, һыу...

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, Ер аҫтынан мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар (ФҠ), металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, яна торған ҡаты ФҠ (күмер, торф) сығарыу б‑са ойоштороу‑техник саралар системаһы. ФҠ есемдәре формаһының ҙурлығы һәм ятышының тәрәнлеге, физик үҙенсәлектәре һәм уларҙы һыйҙырған...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ, янған ваҡытта ҙур күләмдә йылылыҡ бүлеп сығарыусы, энергия сығанағы сифатында ҡулланылыусы янар углеродлы матдә. Сығышы б‑са тәбиғи (нигеҙҙә, каустобиолиттар — органик сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар; ш. уҡ үҙағас, үҫемлек ҡалдыҡтары — һалам, ҡабыҡ һ.б. инә) һәм яһалма (тәбиғи яғыулыҡтарҙы...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ, ҡаты яғыулыҡтың килеп сығышын, составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, эшкәртеү ысулдарын (механик, термик, химик) һәм ҡулланылышын өйрәнеүсе фән. Органик химия, коллоидтар химияһы, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, геология, геохимия, петрография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Өйрәнеү...