Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ӨФӨ”, завод ат аҙбары

“ӨФӨ” д ә ү л ә т з а в о д а т а ҙ б а р ы. Өфөлә урынлашҡан. Тоҡом аттарын (башҡорт аты, орлов юртаҡ тоҡомо, урыҫ юртаҡ тоҡомо, урыҫ йөк тоҡомо, саф менге тоҡомо һәм стандартбред тоҡомо) үрсетеү һәм үҫтереүгә, тоҡом сифаттарын яҡшыртыу һәм БР а.х. пр‑тиеларында йылҡы һанын тергеҙеү б‑са эштәрҙе ойоштороуға,...

“ӨФӨ”, аэропорт

“ӨФӨ” х а л ы ҡ - а р а а э р о п о р т ы, ААЙ. Авиакомпаниялар һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү, йөк, почта, багаж ташыу м‑н шөғөлләнә; бөтә төр һауа судноларын ҡабул итә. Составында ҡунаҡхана, автостоянка, ангарҙар, яғыулыҡ‑заправка комплексы һ.б. бар. 1924 й. Өфө кантоны Глумилин а. янында самолёттар...

“ӨФӨ‑АСТОРИЯ”, ҡунаҡхана

“ӨФӨ‑АСТОРИЯ”, ҡунаҡхана, ЯСЙ. 6 ҡатлы бинала 180 номер, магазин, бар урынлашҡан. 2012 й. 28 кеше эшләгән. 1895 й. төҙөлә (3 ҡат; архитектор К.А.Гуськов проекты), 1909 й. алып сауҙагәр С.П.Зайковтың фатир тибындағы килем йорто булараҡ билдәле; 1914 й. башлап “Астория” ҡунаҡханаһы [революциянан (1917)...

“ӨФӨ‑АРЕНА” спорт аренаһы

“ӨФӨ‑АРЕНА” у н и в е р с а л ь с п о р т а р е н а һ ы. Составында төп (2007 й. төҙөлгән) һәм бәләкәй (2011) арена бар. Төп аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (8250 урынлыҡ), спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, мед. кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, конференц‑залы...

“ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ГЕОГРАФИЯҺЫ. ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ФИЗИК ГЕОГРАФИЯҺЫ, ЭТНОГРАФИЯҺЫ, СӘНӘҒӘТЕ ҺӘМ АДМИНИСТРАТИВ БҮЛЕНЕШЕТУРАҺЫНДА ҠЫҪҠАСА ТАСУИРЛАМА"

“ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ГЕОГРАФИЯҺЫ. ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ФИЗИК ГЕОГРАФИЯҺЫ, ЭТНОГРАФИЯҺЫ, СӘНӘҒӘТЕ ҺӘМ АДМИНИСТРАТИВ БҮЛЕНЕШЕ ТУРАҺЫНДА ҠЫҪҠАСА ТАСУИРЛАМА”, О.В.Миронованың китабы, Өфөлә нәшер ителгән (1907). Унда Өфө губернаһы геогр. һәм этнографик яҡтан комплекслы тасуирлана. 6 бүлектән тора. 1‑се бүлектә...

“ӨРГӨН”, туристик комплекс

“ӨРГӨН”, туристик комплекс. БР‑ҙың Учалы р‑нында Учалы ҡ. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан. 1965 й. “Төҙөүсе” ял йорто булараҡ асыла, 2005 й. алып “Ҡарағай урманы” туристик комплексы, 2009 й. хәҙ. исемен ала. Ҡунаҡханаһы, кафеһы, рестораны, бассейнлы мунса комплексы, бильярд...

“ӨМӨТ”, бейеү ансамбле

“ӨМӨТ”, Бүздәк район мәҙәниәт йортоноң халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1969 й. ойошторола, ш. уҡ йылда “халыҡ” исемен ала. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе – Р.С.Кинйәкәев. Репертуарында “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “За- рифа”, “Көндәштәр” башҡ. хореографияһы классикаһы; “Әхирәттәр”, “Шуҡ...

“ӨМЕТ”, гәзит

“ӨМЕТ” (“Өмөт”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1991 й. июленән Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. Тира‑ жы — яҡынса 20 мең дана (2015). Гәзиттә үҫеп килгән йәш быуынды әхлаҡи...

“ӨЛКӘР”, альманах

“ӨЛКӘР”, нәфис‑әҙәби һәм публицистик альманах. Ойоштороусылары — Учалы ҡ. һәм районы хакимиәте, Учалы яҙыусылар ойошмаһы. 1992—97 йй. Учалы ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыҡҡан. Альманах биттәрендә Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының, респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре яҙыусылары һәм шағирҙарының...

“ОШМЕС”, гәзит

“ОШМЕС” (“Инеш”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (1999). Тәтешле р‑нының Үрге Тәтешле а. аҙнаһына 1 тапҡыр удмурт телендә сыға. 1999 й. июненән нәшер ителә. Тиражы — 1 мең дана (2015). Гәзиттә Башҡортостан удмурттарының үткәне һәм хәҙ., респ. мәҙәни һәм ижт.‑сәйәси...

“ОХРАНА ТРУДА И ПРОМЫШЛЕННАЯ БЕЗОПАСНОСТЬ”, гәзите

“ОХРАНА ТРУДА И ПРОМЫШЛЕННАЯ БЕЗОПАСНОСТЬ” (“Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге”), махсуслаштырылған гәзит. Ойоштороусыһы — Тармаҡ‑ара институт. Гәзит БР Хеҙмәт һәм соц. яҡлау министрлығы, БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, БР б‑са дәүләт автоюлдар күҙәтеүе идаралығы ярҙамында сыға. 2001 й. нояб. алып...

“ОСҠОН”, гәзит

“ОСҠОН”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Әбйәлил р‑нының Асҡар а. аҙнаһына 2 тапҡыр сыға. 1932 й. майынан башҡорт телендә “Ударсы” исеме аҫтында сыға башлай. 1933 й. хәҙ. исемен йөрөтә....

“ОСКАР-АНСАМБЛЬ”

“ОСКАР-АНСАМБЛЬ”, камера музыкаһы ансамбле. 1996 й. Мәскәүҙә ойошторола, 2000 й. алып Өфөлә эшләй. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы В.А.Самойлов. Репертуарында төрлө дәүер һәм йүнәлешле комп. музыкаһы: В.Браун, Я.В.Калливоданың әҫәрҙәре, Л.Боккерини, Я.Клежинский триолары,...

“ОРЕНБУРГСКИЕ ЕПАРХИАЛЬНЫЕ ВЕДОМОСТИ”, журнал

“ОРЕНБУРГСКИЕ ЕПАРХИАЛЬНЫЕ ВЕДОМОСТИ” (“Ырымбур Епархияһы хәбәрҙәре"), дини журнал. Ырымбур епархияһының баҫма органы. Инициаторы – Ырымбур дини консисторияһы секретары И.И.Евфимовский‑Мировицкий. 1873—1917 йй. Ырым‑ бур ҡ. айына 2 тапҡыр (1907 й. алып аҙнаһына 1) сыға. Рәсми һәм рәсми булмаған бүлектәрҙән...

“ОРЕНБУРГСКИЕ ГУБЕРНСКИЕ ВЕДОМОСТИ”, гәзит

“ОРЕНБУРГСКИЕ ГУБЕРНСКИЕ ВЕДОМОСТИ” (“Ырымбур губерна хәбәрҙәре"), ижт.‑сәйәси гәзит. Ырымбур губ. идаралығы органы. 1838—65 йй. Өфөлә, 1867—1917 йй. Ырымбур ҡ. аҙна һайын урыҫ телендә сыға. 2 өлөштән тора: рәсми (закон сығарыу акттары, үҙәк һәм урындағы власть органдары ҡарарҙары, бойороҡтары һ.б.)...

“ОРГТЕХНИКА", предприятие

“ОРГТЕХНИКА", приборҙар һәм инженерлыҡ хеҙмәтен автоматлаштырыу һәм механикалаштырыу сараларын етештереү предприятиеһы. 1930 й. Өфөлә яҙыу машинкаларын йүнәтеү һәм реставрациялау б‑са механика оҫтаханаһы булараҡ ойошторола, 1937 й. алып Башҡ‑н ҮБК эргәһендәге Дәүләт балалар комиссияһының производство,...

“ОПТИМИСТ”, крәҫтиән хужалығы

“ОПТИМИСТ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Фёдоровка р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, йылҡысылыҡ фермаһы, тирмәне, складтары һ.б. бар. 2013 й. 4 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 1300 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 950 га. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары — 28, көнбағыш (орлоҡтары)...

“ОПТИМЕДСЕРВИС”, предприятие

“ОПТИМЕДСЕРВИС”, ЯАЙ. Күҙ ауырыуҙары булған пациенттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә, офтальмохирургия өсөн мед. техникаһы һәм материалдары, күреүҙе контактлы коррекциялау саралары эшләй һәм етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. нигеҙ һалынған. “О.” составында ғилми‑етештереү бүлектәре (Өфөлә микрохирургия...

“ОКТЯБРЬСКНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы

“ОКТЯБРЬСКНЕФТЬ” н е ф т ь һ ә м г а з с ы ғ а р ы у и д а р а л ы ғ ы, ЯСЙ. Серафимов, Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Стахановка нефть ятҡылыҡтарын һәм Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Туймазы р‑ны Серафимов а. урынлашҡан....

“ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЯНИК”, гәзит

“ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЯНИК” (“Октябрьский нефтсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Октябрьский ҡ. аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1947 й. февр. алып урыҫ телендә “Башкирский нефтяник”...