Список материалов
БЕҮӘ, йылға
БЕҮӘ, йылға, Кама й. һул ҡушылдығы. Тулва ҡалҡыулығының (Пермь крайы) көньяҡ битләүендә башлана. Пермь крайы, БР‑ҙың Яңауыл р‑ны аша төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа...
БЕШӘТӘК
БЕШӘТӘК, Бишитәк, Биштау, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта...
БЕШЕҮ
БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы)...
БЕШМӘ, инфекцион ауырыу
БЕШМӘ, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар...
БЕШТАУ Юрий Григорьевич
БЕШТАУ Юрий Григорьевич (14.3.1928, Төньяҡ Кавказ крайы Апшерон станицаһы — 16.12.2011, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1988). Ленинград һыу транспорты...
БИ...
БИ... [лат. bi — икәү, bis — ике тапҡыр], ҡушма һүҙҙәрҙең “ике өлөштән тороусы, ике билдәһе булған” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., биатлон, билингвизм).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
БИАТЛОН
БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш,...
БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ
БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1987 й. Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәте...
БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 160 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Өфө й. ҡушылдығы)...
БИБИКОВ Александр Ильич
БИБИКОВ Александр Ильич (30.5.1729, Мәскәү — 9.4.1774, Бөгөлмә биҫтәһе, хәҙ. Бөгөлмә ҡ.; Мәскәү губ. Баршовка а. ерләнгән), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1771). Сенатор (1774 й....
БИБИКОВ Борис Владимирович
БИБИКОВ Борис Владимирович (9.7.1900, Серпухов ҡ. — 5.11.1986, Дүшәмбе ҡ.), педагог, актёр. Проф. (1951). РСФСР‑ҙың (1947), БАССР-ҙың (1959), Тажик ССР‑ының (1964) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ...
БИБИНУР, люцерна сорты
БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү...
БИБЛИОГРАФИЯ
БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы,...
БИБЛИОГРАФИЯЛАҒЫ ҠЫҪҠАРТЫУҘАР
авт.‑төҙ. — автор-төҙөүсе
авторҙ. — авторҙаш, авторҙашлык
баҫ. — баҫма
һ.б. — һәм башҡалар
й.к. — йылы күрһәтелмәгән
кит. — китап
киҫ. — киҫәк
М. — Мәскәү
өҫт. — өҫтәлгән
мөхәр. —...
БИБЛИЯ
БИБЛИЯ (грек. biblia — китаптар), иудаизмда һәм христианлыҡта ҡанунлаштырылған боронғо дини текстар тупланмаһы; боронғо яҙма әҙәби ҡомартҡы. 2 өлөштән тора: Иҫке Ғәһет...
БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл
БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Йоҡ й. (Тере...
БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл
БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й....
БИГИЕВ Муса, М.Ярулла
БИГИЕВ Муса, М.Ярулла (6.1.1873, Дондағы Ростов ҡ. — 29.10.1949, Ҡаһирә), мосолман дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Хәрби ахун. Ҡазан, Баҡсаһарай, Бохара ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡый;...
БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы
БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы [18.12.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 28.11.2001, Өфө], математик. Физика‑матем. ф. канд. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....
БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы
БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы [1871—30.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә ст. ҡсб (хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб)], Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты....