Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫУОСҠАН, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ҺЫУОСҠАН, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Яҡтыкүлдән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2041 га. Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан...

ҺЫУСӘСӘК

ҺЫУСӘСӘК (Butomus), һыусәсәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Сатырлы Һ. ғибәрәт, Европала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә таралған. Үрмә тамырһабаҡлы күп йыллыҡ...

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС

ҺЫУҺАҠЛАҒЫС, һыуҙы туплау һәм артабан файҙаланыу (ағас ағыҙыу, балыҡ үрсетеү, гидроэнергетика, рекреация, судносылыҡ, һуғарыу, һыу менән тәьмин итеү һ.б.), аҡманы көйләү...

ҺЫУҺАР

ҺЫУҺАР (Martes martes), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала, Көнбайыш Себерҙә, Кавказда, Кесе Азияла, Иранда таралған. Ата Һ. кәүҙә оҙонлоғо 48—55 см (инә Һ. вағыраҡ),...

ҺЫУҺАРҘАР

ҺЫУҺАРҘАР (Mustelidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 29 заты, яҡынса 70 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала таралған. БР‑ҙа 10...

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ‑МИХАЙЛОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й....

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 750 кеше; 1920 — 748; 1939...

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠҠУЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан....

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺЫУЫҠШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 —...

ҺЫУЫР

ҺЫУЫР, б а й б а ҡ (Marmota bobak), кимереүселәр отрядының тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның дала зонаһында ҙур булмаған популяциялар м‑н осрай. Кәүҙә оҙонлоғо...

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника...

ЦАДКИН Михаил Авраамович

ЦАДКИН Михаил Авраамович (18.2.1959, Салауат ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2006). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) БДУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге углеводород сеймалын деструктив...

ЦАРЕВА Рима Шөғәй ҡыҙы

ЦАРЕВА Рима Шөғәй ҡыҙы (1.5. 1941, Өфө), педагог. Филол. ф. канд. (1975), пед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ-тың почётлы...

ЦВЕТАЕВ Александр Александрович

ЦВЕТАЕВ Александр Александрович (26.8.1896, Түб. Новгород губ. Наруксово а. — 1985, Өфө), географ. Пед. ф. канд. (1954). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев...

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ

ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ. Бәләбәй р-ны Өҫән-Ивановка а. урынлашҡан. 1993 й. Марина Цветаеваның әҙәби-сәнғәт музейы булараҡ ойошторола, Милли музей филиалы, 2002 й. алып Милли әҙәби...

ЦВЕТКОВА Елена Яковлевна

ЦВЕТКОВА (Барсова) Елена Яковлевна (1872, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Глумилин а., хәҙ. Өфө эсендә, — 28.6.1929, Мәскәү), йырсы (лирик-драматик сопрано). Мәскәү консерваторияһын...

ЦВИЛЛИНГ Самуил Моисеевич

ЦВИЛЛИНГ Самуил Моисеевич (1.1.1891, Тубыл ҡ. — 4.4.1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Изобильное ҡсб., хәҙ. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р-ны Изобильное а.), революция хәрәкәте эшмәкәре....

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович

ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович (10.3.1960, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Николо­ Берёзовка эшселәр ҡсб), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе...

ЦЕЛЛЮЛОЗА‑ҠАҒЫҘ СӘНӘҒӘТЕ

ЦЕЛЛЮЛОЗА‑ҠАҒЫҘ СӘНӘҒӘТЕ, целлюлоза, ағас массаһы, ҡағыҙ, ҡатырға һәм уларҙан изделиелар, ш. уҡ этил спирты, мал аҙығы сүпрәһе, канифоль, скипидар һәм майлы к-талар...

ЦЕЛЛЮЛОЗА, биополимер

ЦЕЛЛЮЛОЗА, биополимер, ангидро-D-глюкозаның элементар быуындарынан торған {CHO(OH)} формулалы полисахарид, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә күҙәнәк көбөнөң нигеҙен төҙөй;...