Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара:...

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ, мең ырыуы башлығы. Меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Ҡ.б. мең ырыуы аралары башлыҡтары — Томан, Урман, Сублуҡ м‑н бергә мең башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара: Башҡортостандың Рус...

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә...

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ (?—1789), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан. Поход старшинаһы (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының баш старшинаһы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа...

МАЙҠЫ БЕЙ

МАЙҠЫ БЕЙ, табын ҡәбиләһенең башлығы. Сыңғыҙханды бөйөк хан итеп һайлағанға тиклем уның шәхси һаҡсылары сафында хеҙмәт итә, һуңынан уның сардарҙарының береһе булып китә. Сыңғыҙхандың улы Жуси армияһы составында (яҡынса 1207 й.) Себерҙе һәм Ҡаҙағстанды яулап алыуҙа ҡатнаша. Был ерҙәрҙә улус ойошторолғандан...

МАНСУР ТАЙМАҪОВ

МАНСУР ТАЙМАҪОВ, Крәҫтиәндәр  һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы,  Е.И.Пугачёв полковнигы.  Исәт провинцияһының Табын улусы  Таймаҫ а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны)  башҡорто. Тархан. Таймаҫ Шәимовтың  улы. Шул уҡ улустың старшинаһы.  Ихтилалға 1773 й. нояб.  ҡушыла. 1774 й. 1 февр. Мортаза  Йортомов м‑н берлектә...

МӨЙТӘН БЕЙ

МӨЙТӘН БЕЙ, башҡ. ханы, үҫәргән ырыуы башлығы. Шәжәрәлә яҙылыуынса, башҡ. халҡы вәкиле булараҡ М.б. Сыңғыҙхан тарафынан ҡабул ителә (яҡынса 1219 й. йәйендә, Сыңғыҙхан үҙ армияһы м‑н Көньяҡ Себер далаларында булған саҡта) һәм Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа тиклем) йй. басс. буйҙа‑ рындағы, Яйыҡ й. (ҡушылдыҡтары...

НАДИР УРАҘМӘТОВ

НАДИР УРАҘМӘТОВ (1688—1758), мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Ҡазан даруғаһы башҡорто. Тархан. Минзәлә башҡармаһы, 1736 й. алып Ҡазан даруғаһы Надир улусы старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 18 б. 20‑се йй. тимер мәғдәне, “йәшел таш” (составында...