Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ, билдәле бер осорҙа (тәүлек, ай, һөт төшөү осоро, йыл) малдан алынған продукция күләме һәм сифаты. А.х.м.п. производство үҫешенә һәм малсылыҡ продукттары әҙерләүгә булышлыҡ итә. Малдың нәҫел, төр, тоҡом, йәш, индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. А.х. малдарының һөт,...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ, үҫемлектәрҙәге фитопатоген микроорганизмдар һәм мөхиттең насар шарттары тарафынан тыуҙырылған патологик процестар. Инфекцион һәм инфекцион булмағандарға бүленә. Инфекцион булмаған ауырыуҙар туҡланыу, дымлылыҡ, йылылыҡ режимдарының боҙолоуы, зарарлы химик...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ, үҫемлектәргә зыян килтереүсе йәки уларҙы юҡ итеүсе хайуандар. Уларға бөжәктәр, кимереүселәр, лайлалы ҡусҡарҙар, нематодалар, талпандар һ.б. ҡарай. Айырыуса күп һанлы бөжәктәр зыян килтерә. Улар төрлө ғаиләгә ҡараған үҫемлектәр м‑н туҡланыусы полифагтарға...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ, а.х. производствоһының махсуслашыуын һәм структураһын, игенселек һәм малсылыҡ системалары үҙенсәлектәрен, техник ҡорамалландырыуҙы, капитал һалыуҙы, хеҙмәтте ойоштороуҙы һәм етәкселек итеү формаларын билдәләүсе ойоштороу, иҡт., технологик һәм соц. принциптар йыйылмаһы....

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ, ҡул хеҙмәтен машина һәм механизмдар м‑н алмаштырыу. А.х.м. — ауыл хужалығын интенсивлаштырыуҙың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. А.х.м. хас төп күрһәткестәр — техника һаны (йыһазландырылыу кимәле) һәм уның 1 эшсегә йәки 100 га эшкәртелеүсе майҙанға тура килгән ҡеүәте...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ, электр энергияһын а.х. производствоһына һәм ауыл халҡының көнкүрешенә индереү; ауыл хужалығын интенсивлаштырыу күрһәткестәренең береһе. А.х.э. ваҡытында гидроэлектростанция, ел, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. алынған электр энергияһы ҡулланыла. Төп ҡулланыусылары:...

АШЛАМАЛАР

АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙең туҡланыуын һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыусы матдәләр. А. культураларҙың уңдырышлылығын һәм а.х. продукцияһының сифатын (игендең аҡһымын, картуф бүлбеләренең крахмаллылығын, йәшелсә һәм емештәрҙәге витамин миҡдарын һ.б.) күтәрә. Химик составы б‑са органик ашламалар, минераль...