Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИВАНОВ Юрий Анатольевич

ИВАНОВ Юрий Анатольевич (8.7.1960, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик. Техник ф. канд. (2001). БР‑ҙың атҡ. химигы (2007). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1982) “Сода” ААЙ-нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: кальцинирланған сода производствоһы мастеры, өлкән мастеры, 1985 й. алып цех нач. урынбаҫары , 1988 й. — цех нач., 1991 й. —...

ИВАНОВА Валентина Сергеевна

ИВАНОВА Валентина Сергеевна (13.11.1963, Өфө), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2005), СССР‑ҙың спорт мастеры (1986). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2005) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1997). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт...

ИВАНОВА Оксана Михайловна

ИВАНОВА Оксана Михайловна (1.4.1971, Бөрө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1994). 1998 й. алып Башҡ. физик культура институтының өлкән уҡытыусыһы, 2000 й. — философия, педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, 2014 й. — ӨДИСА‑ның социология һәм социаль‑коммуникация...

ИВАНОВА Светлана Викторовна

ИВАНОВА Светлана Викторовна (9.2.1960, Чита ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй: 1992 й. башлап роман‑герман филологияһы ф‑ты деканы урынбаҫары, 2004 й. — инглиз филологияһы һәм мәҙәниәт‑ара коммуникациялар каф....

ИВАНОВА Светлана Романовна

ИВАНОВА Светлана Романовна (6.10.1943, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1968), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре полиолефиндарҙың йүнәлешле деструкцияһы процестары катализын тикшереү һәм кондициялы булмаған полиолефиндарҙы эшкәртеү,...

ИВАНОВА Эвилина Алексеевна

ИВАНОВА Эвилина Алексеевна (28.6.1940, Өфө), биохимик. Биол. ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) БДМИ‑ла уҡыта, 1972 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй, 1979 й. — БДМИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1981 й. башлап Биол. ин‑тында: 1998 й. алып төп, 2000 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни...

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Хәйбулла р‑ны Ивановка а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тарафынан тасуирлана, 1974 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. А.Х.Пшеничнюк) тарафынан өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам....

ИВАНОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ИВАНОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т. ‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Юрмый й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1093 кеше; 1920 — 1538; 1939 — 1147; 1959 — 1144; 1989 — 837; 2002 — 750; 2010 — 749 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ИВАНОВКА, ҡасаба, Өфө составында

ИВАНОВКА, ҡасаба, 1991 й. алып Өфө составында, Орджоникидзе р‑нының Яңы Черкассы а/с ҡарай. Өфөнән Т.‑Көнс. 16 км һәм Черниковка т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 69 кеше; 1959 — 52; 1989 — 131; 2002 — 117; 2010 — 123 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....

ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Ергән т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 839 кеше; 1920 — 1104; 1939 — 699; 1959 — 385; 1989 — 118; 2002 — 187; 2010 — 133 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. 1‑се ярт....

ИВАНОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ИВАНОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 57 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 35 кеше; 1939 — 162; 1959 — 97; 1989 — 157; 2002 — 144; 2010 — 142 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға 1914 й....

ИВАНОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ИВАНОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 88 км алыҫлыҡта Тиргәмеш й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 541 кеше; 1920 — 1336; 1939 — 1241; 1959 — 957; 1989 — 955; 2002 — 935; 2010 — 877 кеше....

ИВАНОВСКИЙ Георгий Фёдорович

ИВАНОВСКИЙ Георгий Фёдорович (13.12.1919, Тверь губ. Заручевье а. — 7.8.1998, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1938 й. алып “Башнефть” тресында эшләй: 1946 й. башлап газ‑компрессор хужалығы контораһының, 1947 й. — берләштерелгән 411‑се заводтың (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.)...

ИВАНОВСКИЙ Станислав Антонович

ИВАНОВСКИЙ Станислав Антонович (30.6.1923, Украина ССР‑ы Горностайполь а. — 29.7.2002, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1980), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Киров а.х. ин‑тын тамамлаған (1944). 1948—95 йй. БДАУ-ҙа эшләй (1968—92 йй. йоғошһоҙ эске ауырыуҙар, клиник диагностика...

ИВАЧЕВ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл

ИВАЧЕВ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Күкҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 763; 1939 — 895; 1959 — 764; 1989 — 542; 2002 — 510; 2010 — 541 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ИВИН Степан Мефодьевич

ИВИН Степан Мефодьевич [2.4.1925, Урал өлк. Мишкино а. (Ҡурған өлк.) — 6.4.2015, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. канд. (1955), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) 1952 й. тиклем һәм 1964—97 йй. шунда уҡ уҡыта: 1964—88 йй. теоретик механика каф. мөдире,...

ИВУШКИН Владимир Иванович

ИВУШКИН Владимир Иванович (9.6.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шемәк а. — 12.3.1999, Өфө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1959—62 йй. ӨМЭЗ‑дә балта оҫтаһы, 1965 й. алып “Союзтелефонстрой” тресының Өфө, 1982 й. — Куйбышев төҙөлөш‑монтаж идаралыҡтарында, 1988 й. — “Ростелефонстрой” АЙ‑ның Екатеринбург филиалында,...

ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна

ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна (6.12.1918, Екатеринбург ҡ. — 29.3.2005, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1941) Өфө НЭЗ‑ында...

ИВШИН Аркадий Игнатьевич

ИВШИН Аркадий Игнатьевич (24.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Таҙтүбә а. — 29.3.1988, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1971). 1953—54 йй. Асҡын МТС‑ында агроном. 1957 й. алып Дыуан р‑нында: ВЛКСМ һәм КПСС‑тың район ком‑ттарында эшләй, 1961—88 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. И. етәкс. к‑з үҫемлекселектә...

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис....