Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЙ

БЕЙ (төр. — хаким, әфәнде, кенәз), бәк, төрки халыҡтарҙа юғары ҡатламға ҡараған кешенең титулы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу башлығының быуындан‑быуынға күсә килгән титулы. Шәжәрәгә ярашлы, меңле ырыуы башлығы тип Урҙас бей, үҫәргәндәрҙә — Мөйтән бей, бөрйәндәрҙә — Бөрйән бей, табындарҙа — Майҡы бей...

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ

БАЙЫМ ҠЫҘРАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттарынан. Тархан. Ш. уҡ улустың старшинаһы. 6 мең баш тирәһе йылҡыһы булған. Бер нисә тимер мәғдәне ятҡылығын, ш. иҫ. Магнит тауын, беренсе булып асыусы (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм...

БАБСАҠ БЕЙ

БАБСАҠ БЕЙ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. 15 б. 2‑се ярт. Ете ырыу берләшмәһендә (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) власть өсөн көрәш алып бара. Ул башлыҡ булған осорҙа ырыу бөрйәндәрҙең аҫаба ерҙәренә (ҡара: Аҫабалыҡ) килеп ултыра. “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Б.б. бөрйән...

АРЫҪЛАНОВТАР

АРЫҪЛАНОВТАР, башҡорттар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Арыҫлан Аҡҡолов, тархан, батыр. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1708—22 йй. башҡа старшиналар м‑н бергә яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе м‑н, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙар,...

АЛДАР, башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе

АЛДАР, А. Иҫәкәев, А. Иҫәнгилдин (яҡынса 17 б. 70‑се йй. — 16.5.1740, Өфө провинцияһы Минзәлә, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнашыусы. Тархан....

АЙСЫУАҠ БЕЙ

АЙСЫУАҠ БЕЙ, ғәйнә ырыуы ҡәбиләһенең башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, ғәйнәләрҙең Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала. Тәрж. Д.К.Үзбәков...

АҘНАЙ БЕЙ

АҘНАЙ БЕЙ, юрматы ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы башлығы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң староста итеп тәғәйенләнә. А.б. нәҫеле Стәрлетамаҡ...