Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ

АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ, ҡатмарлы объект йәки процесс м‑н бирелгән маҡсатҡа ярашлы һәм объекттың хәҙ. торошо һәм тирә‑яҡ мөхит т‑дағы мәғлүмәтте эшкәртеү нигеҙендә идара итеү системаһы (системалағы функцияларҙың бер өлөшөн — анализ, планлаштырыу, идара итеү б‑са ҡарар ҡабул итеүҙе —...

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ, телефон селтәре абоненттарын автоматик рәүештә коммутациялау өсөн техник саралар йыйылмаһы. Телефон элемтәһе селтәрҙәрендә, һуңғы һәм транзит тоташтырыуҙарҙы башҡарған ваҡытта, абонент һәм тоташтырыу линияларын (элемтә каналдарын) күсереүҙе тәьмин итә. АТС составына түбәндәгеләр...

АВТОБУС

АВТОБУС (нем. Autobus), пассажирҙар йөрөтөү өсөн капот йәки вагон тибындағы кузов м‑н йыһазландырылған күп урынлы (9 йәки унан да күберәк) автомобиль. Тәғәйенләнеше б‑са А. ҡала, ҡала-ара (туристик), урындағы бәйләнеш, махсус (вахта А.) һәм дөйөм тәғәйенләнешле; габариттары б‑са — микроавтобустарға,...

АВИОНИКА

АВИОНИКА (ингл. aviation electronics — авиация электроникаһы), осоу аппараттарының электрон приборҙары, ҡоролмалары, системалары һәм комплекстары йыйылмаһы. А. саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар т‑дағы...

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ, авиация системаларының агрегатлау принцибы ярҙамында эшләнеүсе, бер‑береһен алмаштыра алыусы айырым ҡоролмалар рәүешендәге функциональ өлөштәре. Төп А.с.а. пилотаж‑навигация комплексы агрегаттары (ҡара: Авионика); фильтрҙар, форсункалар, оптик пирометрик үҙгәрткестәр,...

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары...

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ, осоу аппараттарын хәрәкәткә килтереүсе һәм уларҙың системаларын хеҙмәтләндереүсе йылылыҡ двигателдәре. А.д. поршенле һәм газ турбиналы двигателдәргә бүленә. Башҡортостанда А.д. 20 б. 40‑сы йй. башынан етештерелә (ҡара: Авиатөҙөлөш). 1941—45 йй. 26‑сы з‑дта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү...

АВИАЦИЯ

АВИАЦИЯ (фр. aviation), 1) һауала хәрәкәт иткәндә күтәреү көсө булдырыу принцибын файҙаланыусы һауанан ауырыраҡ аппараттарҙа (самолёт, вертолёт һ.б.) осоу теорияһы һәм практикаһы. А. ерҙә файҙаланыу өсөн техник саралар, осоу аппараттары инә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. башынан авиатөҙөлөш үҫеш ала....

АВИАТӨҘӨЛӨШ

АВИАТӨҘӨЛӨШ, машиналар эшләүҙең авиация өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе тармағы. БР сәнәғәтенең иң үҫешкән тармаҡтарының береһе. А. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. тура килә. Өфөгә Воронеж, Ленинград, Мәскәү, Ржев, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған авиация машиналары эшләү пр‑тиелары һәм КБ‑лары тармаҡҡа...

АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдарҙы өҫкө йөҙҙөң юғары теүәллеген һәм сифатын тәьмин итеүсе абразивтар — юғары ҡатылыҡлы матдәләр (саҡматаш, корунд, алмас, боразон, кремний карбиды, эльбор һ.б.) — м‑н ҡырып эшкәртеү. Ҡул м‑н йәки станоктарҙа (металл ҡырҡыу станоктары һ.б.) башҡарыла. А.м.э. шымартыу,...