Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОЭКОСИСТЕМА

Просмотров: 1216

АГРОЭКОСИСТЕМА (агро... һәм экосистема), а.х. продукцияһын етештереүсе хужалыҡ урынлашҡан терр‑яның бер өлөшөн биләүсе тәбиғи‑антропоген комплекс. А. — автотроф система, төп энергия сығанағы — Ҡояш, әммә уның структураһы һәм функцияһы м‑н кеше идара итә. А. махсуслашыу (үҫемлекселек, малс‑ҡ, комплекслы), айырыуса энергияға бай булған хужалыҡтарҙа ла үҫемлектәр туплаған Ҡояш энергияһынан 1%‑тан аҙырағын тәшкил итеүсе антропоген энергияны тотоноу күләме (экстенсив, компромислы, интенсив) б‑са айырыла. БР‑ҙа комплекслы компромислы А. өҫтөнлөк итә, унда антропоген энергияны уртаса ҡулланып, бер үк ваҡытта малс‑ҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы етештерелә. А. составына тупраҡ (хайуандар, ылымыҡтар, бәшмәктәр, бактериялар м‑н бергә) , сәсеүлектәр, мал‑тыуар, тәбиғи һәм ярым тәбиғи үҫемлек ерҙәре (урмандар, мал аҙығы биләмәләре, һаҙлыҡтар, һыу ятҡылыҡтары), кеше инә. Тәбиғи экосистемаларҙан айырмалы рәүештә, А. организмдар төрлөлөгө киҫкен кәмегән, уңыш алыу, малсылыҡ м‑н шөғөлләнеү һәм тупраҡ боҙолоу (дегумификация һәм эрозия) һөҙөмтәһендә уларҙан матдәләрҙең һәм энергияның китеүе күҙәтелә. Был юғалтыуҙарҙы компенсациялау һәм А. контролдә булған составын (ҡый үләндәре популяцияһының тығыҙлығын, зыянлы бөжәктәр һанын һ.б.) тотоу өсөн кеше уға өҫтәмә туҡланыу элементтары (органик һәм минераль ашламалар) индерә, пестицидтар ҡуллана һәм уларҙы етештереүгә, күсереүгә һәм индереүгә, а.х. машиналарын етештереүгә һәм ремонтлауға, ер эшкәртеүгә, сәсеүлектәрҙе һәм а.х. малдарын ҡарауға һ.б. энергия сарыф итә (ҡара: Малсылыҡ, Үҫемлекселек).

Әҙәб.: Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 1999.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019