Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОЭКОЛОГИЯ

Просмотров: 1033

АГРОЭКОЛОГИЯ (агро... һәм экология), экологияның ерҙе файҙаланыуҙың бөтә формаларына ҡарата экологик сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, юғары сифатлы а.х. продукцияһы алыу мөмкинлеген өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурысы — агроэкосистемаларҙың биол. мөмкинлектәрен әүҙемләштереү һәм ер эшкәртеү, ашлау, һуғарыуға, ҡый үләндәрен, а.х., урман культуралары ҡоротҡостарын һәмауырыуҙарын контролдә тотоуға антропоген энергия сығымдарын кәметеү. Игенселек, малсылыҡ, үҫемлекселек, селекция, болонсолоҡ, иҡтисад, ауыл хужалығын механизациялау, геоботаника һ.б. м‑н бәйле. А. ауыл хужалығын үҫемлектәрҙең яраҡлашҡан сорттарын һәм малдың тоҡомон селекциялауға, үҫемлектәрҙең сортлы гетероген агропопуляцияһын һәм сорттары ҡатнашмаһын, малдың йәш һәм тоҡом б‑са ҡатнаш төркөмдәрен булдырыуға, сәсеү әйләнешен һәм поликультураларҙы файҙаланыуға, агроэкосистеманың биологик төрлөлөгөн арттырыу иҫәбенә файҙалы симбиотик бәйләнештәр системаһын формалаштырыуға, агроэкосистема структураһын экологик яҡтан яҡшыртыуға йүнәлтә. А. мөһим аспекты — биол. азотфиксация, гумификация, органик матдәләрҙе минераллаштырыу, пестицид ҡалдыҡтарының тарҡалыу процестарын әүҙемләштереү өсөн тупраҡ һәм унда йәшәүсе тере организмдарға йоғонто яһау алымдарын эшләү. Кешенең тупраҡҡа йоғонто яһауының экологик яҡтан нигеҙләнгән булыуы игенселектең адаптив‑ландшафт системаһын булдырыуҙың төп принциптарының береһе булып тора.

Башҡортостанда агроэкологик тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. аҙ. Башҡорт дәүләт университетында, Ауыл хужалығы институтында һәм Биология институтында башлана. А.х. культураларының адаптив селекцияһы м‑н С.А.Ҡунаҡбаев, агроурманмелиорация м‑н Ю.Ф.Косоуров шөғөлләнә. Ландшафт игенселеге (М.Б.Әмиров, М.Ғ.Сираев, И.Ҡ.Хәбиров, Й.Т.Һөйөндөков), адаптив үҫемлекселек (Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев), мал аҙығы етештереү (Э.М.Кузеев, С.Н.Надежкин, М.Ҡ.Харисов), агроэкосистемалар структураһын тәбиғәт комплекстары үҙенсәлектәренә ярашлы яҡшыртыу (Б.М.Миркин, Р.М.Хәзиәхмәтов, Ф.Х.Хәзиев) өлкәһендә тикшереүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019