Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНОБОТАНИКА

Просмотров: 1054

ЭТНОБОТАНИКА, халыҡтың үҫемлектәр т‑дағы белемен системаға һалған ботаника бүлеге. Э. төп бурыстары: этностар тарафынан үҫемлектәр донъяһы объекттарын файҙаланыу үҙенсәлектәрен, этник мәҙәниәт үҫешенең экосистемалар м‑н бәйләнешен асыҡлау. Башҡортостан Э. б‑са иң тәүге мәғлүмәттәр 18 б. ғалим‑сәйәхәтселәре И.И.Георги һәм И.И.Лепёхин хеҙмәттәрендә осрай, улар башҡорттарға бик күп үҫемлектәрҙең файҙалы үҙенсәлектәре билдәле булыуын яҙып ала. П.С.Палластың “Рәсәй дәүләтенең төрлө урындары буйлап сәйәхәт” (“Путешествие по разным местам Российского государства”) китабында башҡорттарҙың артышты балалар төтәҫләү өсөн һәм һаҡлағыс сифатында ҡулланыу т‑да мәғлүмәттәр бар. 19 б. аҙ. В.А.Арнольдов (Ҡазан ун‑ты эргәһендәге табиптар йәмғиәте ағзаһы) тарафынан Стәрлетамаҡ өйәҙенең көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге башҡорттарҙың зәңге ваҡытында бешкән картуф, торма файҙаланыу факттары асыҡлана. Д.П.Никольский хеҙмәттәрендә башҡорт имселәре сихутты йөҙөм һәм субтропик үҫемлек — сассапариль м‑н дауалауы т‑да телгә алына. 20 б. С.И.Руденко беренсе тапҡыр ашау һәм дауалау маҡсаттарында ҡулланылған ҡырағай үҫемлектәр исемлеген (аҡһырғаҡ, киндер, ҡанүлән, ҡарағас, муйыл, мәтрүш, тилебәрән, шыма ҡурай һ.б.) килтерә. 20 б. 2‑се ярт. башлап Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙең, дарыу үҫемлектәренең төр составын, уларҙы әҙерләү, һаҡлау һәм файҙаланыу ысулдарын асыҡлау б‑са эш алып барыла (Н.В.Бикбулатов, А.Ә. Камалов, М.Ғ.Усманова һ.б.), тау‑урман зонаһы башҡорттары тарафынан иң йыш ҡулланылған ашарға яраҡлы ҡырағай үҫемлектәр (бөҙрә ләлә, йәки һарына, себер балтырғаны, урман һуғаны) билдәләнә, үҫемлектәрҙе традицион хужалыҡта һәм башҡорт аш‑һыуында (Э.В.Миһранова, С.Н.Шитова), дарыу үҫемлектәрен халыҡ медицинаһында һәм ветеринарияла (З.И.Миңлебаева) файҙаланыу өйрәнелә. 70 — 90‑сы йй. Биология институтында халыҡ медицинаһында ҡулланылған һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең биологик актив матдәләре һәм фармакол. үҙенсәлектәре тикшерелә (Е.В.Кучеров, С.Ғ.Кәримова), “Ботаника буйынса урыҫса‑башҡортса, башҡортса‑урыҫса һүҙлек” (“Русско‑башкирский, башкирско‑русский словарь по ботанике”; С.И. Йәнтүрин, Ғ.А.Хисамов) төҙөлә, файҙалы үҫемлектәрҙең ареалдарын өйрәнгәндә топонимик мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу мөмкинлеге нигеҙләнә (С.С. Хәйретдинов). 80—90‑сы йй. Медицина университетында Э. һәм этномедицина өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә: башҡорттар тарафынан халыҡ медицинаһында яҡынса 100 төр үҫемлек ҡулланылыуы асыҡлана (В.З. Ғүмәров), Башҡорт дәүләт университетында “Ботаникатерминдарыныңурыҫса‑башҡортса‑татарса һүҙлеге” (“Русско‑башкирско‑татарский словарь ботанических терминов”; Р.Ғ. Миңлебаев етәкс.), заттар һүҙлеге, ш. уҡ биологик номенклатура принциптарына нигеҙләнгән “Башҡортостан үҫемлектәренең русса‑башҡортса, башҡортса‑русса төр исемдәре һүҙлеге” (“Русско‑башкирский, башкирско‑русский словарь видовых названий растений Башкортостана”; Хәйретдинов) төҙөлә.

Әҙәб.: Хайретдинов С.С. О возможности применения топонимических данных в изучении распространения полезных растений (на материале лука косого) //Вопросы Башкирской топонимики. Уфа, 1981; Гумаров В.З. Башкирская народная медицина. Уфа, 1985; Минибаева З.И. Традиционная медицина //Курганские башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2002.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019