Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 951

ЯМАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Яңауыл р‑нында урынлашҡан. 1907 й. мәҙрәсәбулараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — А.С.Бубнов ис. колхозсы йәштәр мәктәбе, 1939 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, спорт залы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты, уҡыу‑производство участкаһы бар. 1930 й. алып мәктәпте 4,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Ә.М. Ғиниәтуллина, Р.Б.Камаев, Р.Ш. Нәсибуллин, Р.М.Рәимов, А.Р.Саяпова, В.С.Сөләймәнов, Р.М.Тимершин, Р.А.Ханнанов, И.Ғ.Юзиев, Н.Ғ. Юзиев бар. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған А.Н.Әхмәҙишинға мемориаль таҡтаташ (2005), терр‑яһына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға һәйкәл (1967) ҡуйылған.

З.М.Хәлимйәнов Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019