Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ

Просмотров: 1326

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ, өлкән класс уҡыусыларының проф. ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм ниәттәренә ярашлы, уҡытыу барышында айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән дифференциациялау һәм индивидуалләштереү сараһы. Дөйөм белем биреүҙең өлкән баҫҡысында профилле уҡытыу концепцияһына (2002), РФ Хөкүмәтенең “Урта (тулы) дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы дөйөм белем биреү учреждениеларында профилле уҡытыуҙы индереү буйынса эксперимент үткәреү тураһында”ғы ҡарарына (2003), 2006—10 йй. Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, дөйөм белем биреү мәктәптәренең өлкән кластарында индерелә. П.у. база (матем., тарих, урыҫ һәм сит телдәр, физик культура, йәмғиәт белеме һәм тәбиғәтте өйрәнеүҙең интеграцияланған курстары), профилле, электив уҡыу предметтарын үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә 18 б. уртаһына тиклем уҡытыу йүнәлештәрен айырыу ҡулланыла: сиркәү йәки донъяуи, ҡатлам, ирҙәр йәки ҡатын‑ҡыҙҙар. 1786 й. мәктәп реформаһын үткәреү уҡыу программалары б‑са айырылған урта уҡыу йорттары: гимназиялар, коммерция училищелары, реаль училищелар, епархия училищелары, кадет корпустары һ.б. асыуға булышлыҡ итә. Берҙәм хеҙмәт мәктәбе т‑дағы положениеға (1918) ярашлы, урта мәктәптең өлкән кластарында гуманитар, тәбиғәт‑матем. һәм техник йүнәлештәр б‑са проф. уҡытыуҙы индереү ҡаралған була. Крәҫтиән йәштәре мәктәптәре, фабрика‑завод эшенә өйрәтеү мәктәптәре эшләгән. 50‑се йй. П.у. уҡытыуҙы дифференциациялау сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 1966 й. алып факультатив дәрестәр индерелә, айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеү мәктәптәре, 80‑се йй. аҙ. гимназиялар һәм лицейҙар, махсус кластар һәм гуманитар, физика‑матем., тәбиғәт фәндәре, техник һ.б. йүнәлешле мәктәптәр асыла. БР‑ҙа 2005 й. — 70 гимназия (44,9 мең уҡыусы), 49 лицей (27,7 мең), 2008 й. 78 гимназия (47,2 мең) һәм 51 лицей (26,2 мең уҡыусы) иҫәпләнә.

Әҙәб.: Ф а р х ш а т о в М.Н. Народное образование в Башкирии в пореформенный период. 60—90‑е годы XIX в. М., 1994; М у х а м е д ь я н о в а Г.М. Модернизация школьного и начального профессионального образования на рубеже веков. Уфа, 2005; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019