Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН

Просмотров: 1041

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН (Lanius excubitor), һайыҫҡан, ваҡ һайыҫҡандар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош, ҡайһы берҙә ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 23—28 см, ауырлығы 60—80 г, ҡанатының ҡоласы 35—39 см. Арҡаһы көлһыу һоро, ҡорһағы аҡ йәки һорғолт төҫтә (инә ҡош ҡарараҡ). Суҡышы ырғаҡ формаһында, күҙҙәренә һәм муйын төбөнә ҡарай ҡара һыҙат үтә. Ҡанаты 1—2 аҡ көҙгөлө (беренсе һәм икенсе дәрәжәләге ҡағыу ҡанаттары), ҡара, киң, түңәрәкләнеп бөтә. Аяғы көслө, тырнаҡтары осло. Ҡойроғо ҡара, оҙон, киртләсле, ситтәре аҡ. Моногам. Ояһын ағаста, ҡыуаҡлыҡта (2—15 м бейеклектә) ботаҡтарҙан ҡора, төбөнә үлән, ҡауырһын, йөн түшәй. Ғәҙәттә, 4—7 көрәнһыу таплы йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 15—18 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кеҫәрткеләр, бөжәктәр менән туҡлана. Урманда, урман һыҙаттарында, аҡланда, ҡайһы ваҡыт парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. Башҡортостан Урал алдының урман-дала райондарында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.01.2023
Связанные статьи: