Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАНДАР

Просмотров: 564

ВАҠ ҺАЙЫҪҠАНДАР (Laniidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 12 заты, яҡынса 70 төрө билдәле; Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө бар. Күсәр ҡоштар, ваҡ һайыҫҡан ҡайһы ваҡыт ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 18—28 см, ауырлығы 25—80 г. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡабарынҡы, ерәнһыу көрән, һорғолт көрән, алағанаттыҡы көлһыу, маңлайы ҡара, ата ҡоштар сағыуыраҡ төҫтә. Башы ҙур, муйыны йыуан, ҡыҫҡа. Суҡышы оҙонса, ырғаҡ рәүешендә, суҡышының өҫтөндә сығынты бар. Ҡанаты ҡыҫҡа. Ҡойроғо оҙон, түңәрәкләнеп бөтә йәки киртләсле. Аяғы көслө, бөгөлгән осло тырнаҡлы. Моногам. Парлап (алағанат ҡайһы ваҡыт тупланып) ағаста, ҡыуаҡта оялай. Ғәҙәттә, 4—9 һарғылт йәшел, көрән йәки һорғолт йәшел таплы йәшкелт, йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 14—18 көн баҫа. Бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр, ер тишкестәр, ҡоштар, кеҫәрткеләр менән туҡлана. Ябай ҡарағанат, табышын ҡыуаҡтарҙың ботағына йәки сәнскеләренә сәнсеп, һаҡлам йыя. Урман ситендә, ҡырҡындыла, үҙәндә, далала, парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. БР‑ҙа башлыса дала һәм урман-дала райондарында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. Ваҡ һайыҫҡан БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.  

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.01.2023
Связанные статьи: