Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы

Просмотров: 1200

РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26.8.1961, БАССР‑ҙың Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ а.), философ, педагог. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй: 2000 й. башлап ЮНЕСКО кафедраһы, 2002—04 йй. һәм 2006 й. алып этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире. 2004—06 йй. БР‑ҙың мәғариф министры, 2010 й. башлап БР Хөкүмәте, 2011 й. — Дәүләт думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 2021 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре мәҙәниәт һәм мәғариф философияһы, этика һәм эстетика проблемаларына арналған. РФ Дәүләт думаһының 6—7‑се саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың Халыҡтар ассамблеяһы рәйесе (2015 й. алып). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2016).

  Х е ҙ м.: Башкирская традиция (социально‑философский анализ). Уфа, 2000; Традиция как социокультурный феномен. Уфа, 2009; Мир держится на культуре: философское осмысление. Уфа, 2021.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: