Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ

Просмотров: 1937

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ, аҙ популяцияла йәки ареал эсендә йә уның бер өлөшөндә аҙ осраған төрҙәр. Дәүләт һаҡлауына мохтаж булған Ү.һ.т., хужалыҡ ҡулланылышынан сығарылып, Ҡыҙыл китаптарға индерелә, уларҙың йәшәү урындарын юҡҡа сығарыу тыйыла. Башҡортостанда Ү.һ.т. популяцияларының күп өлөшө сағыштырмаса ҙур булмаған майҙандарҙа үҫә. Үҫемлектең һирәк осрауы беренсел (тәбиғи) һәм икенсел (антропоген) булыуы мөмкин. Беренсел һирәк осрау биол. (конкуренцияға һәләте түбән булыуы, ауыр үрсеүе һ.б.), экологик (ғәҙәттә тар экологик амплитуда), геогр. (ареал сиге) үҙенсәлектәр, төрҙөң формалашыу тарихы (реликт һәм дизъюнктив ареал, тар локаль эндемизм); икенсел һирәк осрау антропоген факторҙар м-н бәйле, уларҙың иң зарарлыһы булып үҫемлектәрҙең йәшәү урындарын тулыһынса юҡҡа сығарыу (һыуһаҡлағыстар төҙөү, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, һаҙлыҡтарҙы киптереү һ.б.), күпләп мал көтөү, урмандарҙы системаһыҙ ҡырҡыу, саманан тыш рекреация, файҙалы үҫемлектәрҙең сеймалын әҙерләү һ.б. тора. Ү.һ.т. күпселеге эндемиктар, реликттар, ш. уҡ гибрид сығышлы төрҙәр араһында осрай. Ү.һ.т. юҡҡа сыҡҡан популяциялары тергеҙелә. Респ. яҡынса 350 төр юғары көпшәле үҫемлек һирәк осрай (шуларҙың 232‑һе дәүләт һаҡлауына мохтаж), БР-ҙың Ҡыҙыл китабына мүк һымаҡтарҙың 24 төрө һәм ылымыҡтарҙың 19 төрө индерелгән.

Әҙәб.: Г о р ч а к о в с к и й П.Л., Ш у р о в а Е.А. Редкие и исчезающие растения Урала и Приуралья. М., 1982; К у ч е р о в Е.В., М у л д а ш е в А.А., Г а л е е в а А.Х. Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019