Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЕАЛ

Просмотров: 1632

АРЕАЛ (лат. area — майҙан, аралыҡ), биологияла: үҫемлек һәм хайуандарҙың төрө, заты, ғаиләһенең йәки башҡа систематик төркөмдәренең (таксондарының) таралыу өлкәһе. А. климат шарттары, таксономик төркөмдөң үҫеш тарихы һәм экологик үҙенсәлектәре, үҙ‑ара көрәшеүсе төрҙәр булыуы һәм кеше эшмәкәрлеге м‑н билдәләнә. Беренсел А. — төрҙөң тәүге формалашыуы барған терр. һәм таксон биләгән аралыҡтың киңәйеүе йәки кәмеүе (төрҙөң бөтөүе йәки кеше тарафынан юҡ ителеүе) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүсе икенсел А. айырыла. Ер шарының ҙур өлөшөн биләгән А. — космополит, сикләнгән терр‑яны — эндемик, бәләкәй генә урындарҙа ҡалған боронғо төрҙәр реликт А. тип йөрөтөлә. А. тотош (ниндәйҙер бер өлкәне тулыһынса биләй) һәм бәйләнешһеҙ (айырым өлөштәрҙән тора; унда А. төрлө өлөштәрендә йәшәгән организмдар араһында бәйләнеш ғәмәлдә мөмкин түгел) булыуы мөмкин. Эре өлөштәрҙән торған бәйләнешһеҙ А. — өҙөк‑өҙөк, бәләкәй өлөштәрҙән торғаны сыбар А. тип атала. Космополит А. Башҡортостан флораһы исемлегенә ингән үҫемлектәр араһында — мәҫ., ҙур юл япрағы, ябай ҡамыш, юл япрағы һымаҡ көтөүсе ҡымыҙы, күп культуралы үҫемлектәр (кукуруз, бойҙай, һоло һ.б.) һәм ҡый үләндәре (ябай көтөүсе муҡсаһы, еҫле хамомилля һ.б.); фауна вәкилдәре араһында — бүре, һоро ҡомаҡ, мышы, яр ҡарлуғасы, өкө һ.б.; микроорганизмдар араһында күп кеше (аспергилдар, гонорея һәм дифтерия тыуҙырғыстар һ.б.), хайуан (бруцеллёз, түләмә һ.б. тыуҙырғыстар) һәм үҫемлек (ҡара: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары) ауырыуҙарын тыуҙырғыстар эйә. Эндемик А. — яҡынса 60 (пермь анемонаструмы, Гельм астрагалы, урал зыягөлө һ.б.), реликт А. 80‑дән ашыу үҫемлек төрөндә (ҡара: Реликттар) һәм хайуандарҙың күп төрҙәрендә (урыҫ йофары, туғаҙаҡ, һаҙ гөбөргәйеле һ.б.) билдәләнгән. Флорала (ҡош ҡымыҙлығы, ике өйлө кесерткән, юл япрағы һ.б.) һәм фаунала (йорт турғайы, сәүкә, аҡҡуян, ябай ҡыр сысҡаны һ.б.) тотош А. булған төрҙәр күп. Бәйләнешһеҙ А. — ҡара саған, йөрәк япраҡлы йүкә, себер артышы, тейен, ондатра, һеләүһен һ.б.; сыбар А. казак артышы, оҫҡон йыуаһы, ябай эфедра, һоро әрмәнде, европа шәшкеһе, һаҙ гөбөргәйеле һ.б. ҡарай. А. асыҡлау нигеҙендә төр һ.б. таксондарҙың таралыуын тикшереү ята. Башҡортостанда үҫемлек һәм хайуандарҙың таралыуы т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр 18 б. һәм 19 б. 1‑се ярт. тикшеренеүселәре И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, П.И.Рычков, И.П.Фальк, Э.А.Эверсманн хеҙмәттәрендә килтерелә. 19 б. 2‑се ярт. ҡош төрҙәренең таралыуын П.П.Сушкин өйрәнә. 20 б. уртаһынан гельминт һәм бөжәктәрҙең таралыуын — Аграр университет (П.А.Положенцев, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов), Биология институты (М.Ғ.Ханисламов), Башҡорт дәүләт университеты (М.Ғ.Баянов, Л.Н.Ғирфанова, Г.Р.Йомағолова), ер‑һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр, балыҡтар, ҡоштарҙың һ.б. таралыуын — БДУ (Р.Ф.Биккенин, И.П.Дьяченко, Ә.Ф.Мәмәтов, В.Ф.Хәбибуллин, А.Г.Яковлев), көндөҙгө күбәләктәрҙекен Педагогия университеты (М.Ғ.Миһранов) ғалимдары өйрәнә. Күп хайуан төрҙәренең БР‑ҙа уларҙың А. сиктәрендә таралыу законлылыҡтары асыҡлана. Респ. буйлап мыйыҡлы альп ҡуңыҙы, һары тамаҡлы сысҡан һ.б. А. көнсығыш сигенең бер өлөшө үтә, зәңгәр Эверсманн күбәләге, һары шәшке һ.б. А. — көнбайыш сигенең бер өлөшө, йөклө күбәләк, айыу сиңерткәһе, дала ҡарайыланы, таш йыланы, ҡолаҡлы терпе, ҡарһаҡ төлкө һ.б. А. — төньяҡ сигенең бер өлөшө, һаҙ елбиҙәге, Ютта сатиры, ҡыҙғылт һоро ҡыр сысҡаны, тоҡор сысҡан һ.б. А. — көньяҡ сигенең бер өлөшө. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең таралыуы б‑са тикшеренеүҙәрҙе 20‑се йй. аҙ. алып СССР ФА‑ның Башҡ‑н комплекслы экспедицияһы (И.М.Крашенинников, С.Е.Кучеровская‑Рожанец, А.К.Носков) һәм Ботаника баҡса‑институты (Е.Н.Клобукова‑Алисова, О.И.Кузнецова) хеҙм‑рҙәре үткәрә. Үҫемлектәрҙең таралыуын өйрәнеүгә Украина ССР‑ы ФА (Е.М.Брадис, М.И.Котов, А.Л.Лыпа) һәм СССР ФА‑ның Ботаника ин‑ты (В.И.Грубов) ғалимдары ҙур өлөш индерә, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләре “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель растений Башкирской АССР”; 1966) китабын сығарған ваҡытта ҡулланыла. Биол. ин‑тында Е.В.Кучеров етәкс. мал аҙығы үҫемлектәре, дарыу үҫемлектәре, эндемиктарҙың күп төрөнөң, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең таралыуы б‑са даими тикшеренеүҙәр үткәрелә, улар нигеҙендә үҫемлектәр таралыуының схематик карталары төҙөлә, БР терр‑яһы аша үтеүсе күп төрҙәр (һыу сәтләүеге, Ледебур туғажманы, күп йыллыҡ зәңгәр умырзая, күркәм үрмәҫ әшәлсә һ.б.) А. сик өлөштәре асыҡлана (ҡара: карта). Ылымыҡтарҙың таралыуы — БДУ‑ла (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Ф.Б.Шкундина һ.б.) һәм БДПУ‑ла (Р.Р.Кәбиров), мүк һымаҡтарҙыҡыБиол. ин‑тында (Э.З.Байышева) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Биологик ресурстар, Ботаник‑географик районлаштырыу.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Ҡайһы бер реликт һәм эндемик үҫемлектәрҙен ареалдары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019