Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨЙӨК ВЕНГРИЯ

Просмотров: 1319

БӨЙӨК ВЕНГРИЯ (Magna Hungaria), венгрҙарҙың яҙма һәм фольклор сығанаҡтарҙан билдәле булған легендар тарихи тыуған иле. “Б.В.” термины тәүге тапҡыр Плано Карпиниҙың юл отчётында телгә алына, ул Юлиан, һуңынан В.Рубрук кеүек үк, Б.В. Башҡортостан тип иҫәпләй. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр ҡәбиләләренең (ҡара: Боронғо венгрҙар) урынлашыуы һәм Б.В. ысынбарлыҡта булыу‑булмауы тураһында күп һанлы фараздар тыуҙыра. Бер нисә быуын ватан һәм венгр ғалимдары ҡатнашлығында үткән бәхәстәр барышында Б.В. Төньяҡ Кавказда (Б.Мункачи), Түбәнге (А.П.Смирнов) һәм Урта (И.Фодор, П.Д.Степанов) Волга буйында, Урта Волга һәм Түбәнге Кама буйында (Т.М.Ғарипов, Рәил Ғ.Кузеев) урынлашыуы тураһында фекерҙәр әйтелә. А.Х.Халиҡов, Е.А.Халиҡова, Е.П.Казаков, В.А.Иванов һ.б. фекеренә ярашлы, Б.В. Көньяҡ Уралда, халҡының төп өлөшөн венгрҙар тәшкил иткән Кушнаренко мәҙәниәте һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәте таралған ареалда, урынлашҡан. Н.А.Мәжитов был мәҙәниәттәрҙең ҡомартҡыларын боронғо башҡорттар менән бәйләй, башҡорт‑венгр лингвистик йәнәшәлектәрен 11 б. көнбайыш башҡорттарҙың бәшнәк союзы (ҡара: Бәшнәктәр) составында Паннония территорияһына күсенеүе һәм уларҙың венгрҙар этногенезында ҡатнашыуы менән аңлата; шул рәүешле ул Көньяҡ Уралдың Б.В. урынлашҡан төбәк булыу ихтималлығын инҡар итә.

 Әҙәб.: Проблемы древних угров на Южном Урале: сб. ст. Уфа, 1988; Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана с древнейших времён до XIV века. Уфа, 1994; Иванов В.А. Древние угры‑мадьяры в Восточной Европе. Уфа, 1999.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023