ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ №1
ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Тәтешле р‑нында урынлашҡан. 1895 й. 2 класлы башланғыс уч‑ще булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 20‑се йй. уртаһынан — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1933 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1937 й. — урта мәктәп, 1973 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Китапханаһы, 2 компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары, 2 уҡыу оҫтаханаһы, стадионы, мед. кабинеты, авто‑ һәм а.х. машиналары, мәктәп яны тәжрибә участкаһы бар. 1964—78 йй. мәктәп СССР ВДНХ‑нда ҡатнаша, тәжрибә эштәрен ойошторған өсөн диплом м‑н бүләкләнә (1966). Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында К.С.Баймөхәмәтов, Н.С.Ведерников, М.И.Ғарипов, Р.Ш.Кашапов, Ҡ.К.Кәримов, С.Ғ.Сөләймәнова, Ш.Тулвинский, М.Б.Ямалов. Мәктәп бинаһынаБөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусыларға һәм мәктәпте тамамлаусыларға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1975).
Ф.В.Мәхмүтова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина