Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҒАЖМАН

Просмотров: 1114

ТУҒАЖМАН (Seseli), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡырлы, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20—170 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ теленмә. Сәскәләре аҡ. Сәскәлеге — күп нурлы ҡатмарлы сатыр. Урамалары аҙ япраҡлы йәки юҡ; ваҡ урамалары күп һанлы, ҡыяҡлы. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, июль—сентябрҙә өлгөрә. Т. болондарҙа, далаларҙа, һирәк урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, ҡайһы берҙә тоҙға бай болондарҙа үҫә. Ябай Т. республиканың бөтә территорияһында, бер йыллыҡ Т. — Башҡортостандың Урал алдында, Ледебур Т. (реликт) һәм тура Т. башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һирәкләп Крылов Т. (эндемик) осрай. Мал аҙығы үҫемлектәре. Составында кумариндар, эфир майҙары бар. Бер йыллыҡ Т. һәм ябай Т. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023
Связанные статьи: